Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
24 Февраль 2023, 10:51

Шәл бәйләнем... шәлем түңәрәк түгел

Инәнән күргән – тун бескән, - ти халыҡ мәҡәле. Ата-әсәһе кеүек Кәримә Тәлғәт ҡыҙы ла оҫта ҡуллы. Уның бәйләгән мамыҡ шәлдәре осоп тора, биҙәктәренең, телдәренең төрлөлөгө күҙҙе ҡамаштыра. Кофта, кардиган, бейәләй, косынкалар семәрләп бәйләнгән, йылылығы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.

Шәл бәйләнем... шәлем түңәрәк түгел
Шәл бәйләнем... шәлем түңәрәк түгел

– Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү беҙҙең нәҫелдән килә. Инәйем Әминә Минйән ҡыҙы оҫта итеп сигеү сигә, йөндө үҙе иләп, бәйләм бәйләргә бик маһир була торғайны. Атайым Тәлғәт Ғәлиәҡбәр улының да ҡулынан килмәгән эше юҡ, ул да оҫта итеп быйма баҫа ине. Быймалары брак килеп сыҡһа – беҙ кейә торғайныҡ, яҡшылары заказ биргән ауыл халҡына китә торғайны, - тип хәтерләй Иҫке Ябалаҡлыла тыуып-үҫкән, инде бөгөнгө көндә Яңы Ябалаҡлыла йәшәүсе Кәримә Әхмәтшина.

Инәнән күргән – тун бескән, - ти халыҡ мәҡәле. Ата-әсәһе кеүек Кәримә Тәлғәт ҡыҙы ла оҫта ҡуллы. Уның бәйләгән мамыҡ шәлдәре осоп тора, биҙәктәренең, телдәренең төрлөлөгө күҙҙе ҡамаштыра. Кофта, кардиган, бейәләй, косынкалар семәрләп бәйләнгән, йылылығы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.

– Дебетте Ейәнсуранан ҡайтартам, йөн иләргә көнйәләмде, орсоҡто ирем Әфҡәт эшләп бирҙе. Көндәр буйы йөн иләп, оҙон уйҙар уйлап, бәйләм бәйләп, шул эштәрҙән йәнемә тыныслыҡ табып ултырам, - ти әңгәмәсем.

Ҡыҙҙары Розалина Муллағәлина ҡасабаның 1-се мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирә, Регинаһы әлегә бәпес менән өйҙә. Өс ейәнсәр һәм бер ейәнгә яратҡан өләсәй, олатай булып, бөтә уңайлыҡтары булған иркен, яҡты өйҙә йыуанып йәшәй улар.

- Улыбыҙ Данисҡа тип тырышҡайныҡ та, яҙмаған инде күрәһең, - ти әсәй кеше ауыр көрһөнөп. Диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткән Данис, хеҙмәт срогы тамамланғас, 2022 йылдың йәйендә үҙ теләге менән хәрби бурысын үтәү өсөн махсус операцияла ҡатнаша. 21 йәшлек кенә егет хәрби антына тоғро ҡалып, яуҙа батырҙарса һәләк була. Икенсе статья старшинаһы, диңгеҙ пехотаһы отделениеһы пулеметсыһы Данис Әфҡәт улы Вәлиев үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.

– Улымдың үлеменә ышаныуы бик ҡыйын, минең хәлемде үҙ башынан үткәргән кеше генә аңлай. Ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлашып, кешеләр шатлыҡ менән уртаҡлашып ҡына йәшәһен ине. Ауыл халҡы, район һәм ауыл хакимиәте башлыҡтары ла, хеҙмәткәрҙәре лә хәл белешеп, ярҙамлашып тора, беҙ уларға ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти Кәримә Тәлғәт ҡыҙы Әхмәтшина.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы
Читайте нас: