Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
2 Март 2023, 10:52

Иглин районында кесе сержант Риф Закиров менән бәхилләштеләр

Матәм митингы Ауструм ауыл советы бинаһы алдында үтте

Иглин районында кесе сержант Риф Закиров менән бәхилләштеләр
Иглин районында кесе сержант Риф Закиров менән бәхилләштеләр

Матәм сараһында Башҡортостан Дәүләт йыйылышы -Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Салауат Харрасов, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, ауыл биләмәләре башлыҡтары, Иглин һәм Нуриман райондарының хәрби комиссары Вадим Дәүләтшин, хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы, йәш армиясылар, яугирҙың туғандары, яҡындары, уҡытыусылары, дуҫтары һәм яҡташтары ҡатнашты.

Риф Рәүеф улы 1990 йылдың 16 мартында Иглин районының Пятилетка ауылында тыуа. 1-9 кластарҙа тыуған ауылында белем ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһының 95-се урта профессиональ училищеһына электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса уҡырға инә. Тормошта яуаплы, ышаныслы, эшһөйәр кеше була, ойоштороу һәм көтөлмәгән шарттарҙа эш итеү һәләтенә эйә була. 2008 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 2022 йылдың 28 сентябренән Ростов өлкәһенең Миллерово ҡасабаһында хеҙмәт итә. 13 февралдә махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә  батырҙарса һәләк була.

Салауат Харрасов республика башлығы һәм Ҡоролтай депутаттары исеменән геройҙың туғандарының, атаһы Рәиф Ғәлимйән улының, әсәһе Зилә Тәүхит ҡыҙының, ҡатыны Альбина Наил ҡыҙының ҡайғыһын уртаҡлашты.

– Йәштәрҙең беҙҙе ташлап китеүе үкенесле, – тине Салауат Фәттәх улы. – Беҙ Рифты онотмаясаҡбыҙ. Геройҙың ғаиләһенә, улы Илнурға ярҙам итергә вәғәҙә итәбеҙ.

Рәсәй президенты указы менән кесе сержант Риф Закиров хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Иглин районында кесе сержант Риф Закиров менән бәхилләштеләр
Иглин районында кесе сержант Риф Закиров менән бәхилләштеләр
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: