Йәйғор
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
5 Март 2023, 18:20

Яҡташтарыбыҙ – конкурс финалистары

Быйыл  икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән был конкурста Благовещен ҡалаһында йәшәп, китапхана системаһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт һалған абруйлы китапханасылар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре Элфиә Ғәбитова, Әлфинә Дәүләтгәрәева ла ҡатнашты.

Яҡташтарыбыҙ – конкурс финалистары
Яҡташтарыбыҙ – конкурс финалистары

Ете йыл элек “Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы” рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина инициативаһы менән башланған “Ҡатын - ҡыҙ-милләт әсәһе” проекты йылдан-йыл үҫешә, билдәлелек яулай, конкурста ҡатнашыусыларҙың һаны арта, географияһы киңәйә.

Быйыл  икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән был конкурста Благовещен ҡалаһында йәшәп, китапхана системаһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт һалған абруйлы китапханасылар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре Элфиә Ғәбитова, Әлфинә Дәүләтгәрәева ла ҡатнашты. Конкурстың финалисткалары исеменә лайыҡ булған милләтебеҙҙең аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Халҡым, милләтем өсөн артабан да ең һыҙғанып эшләгән рухлы, кеше йәнле Әлфинә Рәис ҡыҙы күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн был сара ла “Берҙәм Рәсәй” партияһының маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнде. Йәмғиәтебеҙ һәм Ватаныбыҙ өсөн башҡара алған яҡшы һәм изге эштәре өсөн уларға яҡташтары оло рәхмәтле.

Яҡташтарыбыҙ – конкурс финалистары
Яҡташтарыбыҙ – конкурс финалистары
Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: