Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
8 Март 2023, 08:55

"Йәйғор" ҡунағы - Сулпан Хәйретдинова

Уның ижади эштәре "Диләфрүз ", " Өмет", Бишбүләк районы гәзите "Якты юлдан "да баҫылып сыҡҡан

"Йәйғор" ҡунағы - Сулпан Хәйретдинова
"Йәйғор" ҡунағы - Сулпан Хәйретдинова

Сулпан Фәнис ҡыҙы Хәйретдинова Бишбүләк районының Уҫаҡ-Кисеү ауылында тыуып үҫкән. Ауыл мәктәбен тамамлаған ҡыҙ Бәләбәй педагогия колледжында тәрбиәсе һөнәрен үҙләштереп, хеҙмәт юлын Өфөнөң 95 -се һанлы балалар баҡсаһында башлап ебәрә. Ситтән тороп Мифтахетдин Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын да тамамлай ул.
Ижадҡа ғашиҡ Сулпан бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ - Миәкәлә төпләнеп , 2 -се һанлы балалар басаһында, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, эшләүен дауам итә. Уның ижади эштәре "Диләфрүз ", " Өмет", Бишбүләк районы гәзите "Якты юлдан "да баҫылып сыҡҡан. Өмөтлө ҡәләм тибрәткән, һәләтле Сулпан Хәйретдинованың ижады менән "Классташлар"социаль селтәре аша танышып була.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: