Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Март 2023, 16:14

Иглин районында Эдуард Сафин менән хушлаштылар

Матәм митингы Майский ауылында үтте

Иглин районында Эдуард Сафин менән хушлаштылар
Иглин районында Эдуард Сафин менән хушлаштылар

13 мартта Иглин районының Майский ауылында Украинала хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Эдуард Сафин менән хушлаштылар.

Матәм митингында Иглин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Андрей Коннов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, йәш армиясылар, яугирҙың туғандары, яҡындары һәм ауылдаштары ҡатнашты.

Эдуард Заһир улы Сафин 1995 йылдың 16 мартында Өфө ҡалаһында тыуа. 2002 йылдан 2011 йылға тиклем Майский ауылының дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң 13-сө профессиональ лицейҙа белем ала. 2014-2015 йылдарҙа Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт үтә.

Здуард ЛХР һәм ДХР территорияһында махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, батырҙарса һәләк була.

Геройҙың әсәһе Әнисә Хөсәйеновнаға район хакимиәте исеменән башлыҡ урынбаҫары Андрей Коннов ҙур рәхмәт белдерҙе.

– Эдуард үҙен тыуған иле өсөн ҡорбан итте, – тине район ветерандар советы рәйесе Юрий Шайморатов. – Уның исеме район, республика, ил тарихында мәңге ҡаласаҡ. Тыныс йоҡла, герой!

Иглин районында Эдуард Сафин менән хушлаштылар
Иглин районында Эдуард Сафин менән хушлаштылар
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: