Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Март 2023, 12:10

Диананың һүҙҙәре ышаныс өҫтәгән

«Артист» позывнойлы яугир уҙған йылдың ноябрендә үк Иглиндың 2-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Диана Ғөбәйҙуллинанан хат ала һәм уны һәр ваҡыт үҙе менән һаҡлап йөрөтә.

Диананың һүҙҙәре ышаныс өҫтәгән
Диананың һүҙҙәре ышаныс өҫтәгән

Иглин районы уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға хаттар яҙа, гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Улар Ватанды һаҡлаусыларға барып етә. Балалар был хаҡта видео мөрәжәғәттәр, яҙмалар аша белә.

«Артист» позывнойлы яугир 6 мартта 2-се мәктәпкә килде. Ул ноябрҙә үк Диана Ғөбәйҙуллинанан хат алған. Яугир, әгәр иҫән ҡайтһа, мотлаҡ хат авторы менән осрашырға һәм уға рәхмәт әйтергә вәғәҙә итә.

– Хаттың һүҙҙәрен яттан беләм, – тине яугир, – ә артҡы яғында «Үҙеңә ышан!» тигән яҙыу миңә иң ауыр минуттарҙа көс бирҙе.

Хәрби хеҙмәткәрҙең мәғлүмәттәре хәүефһеҙлек маҡсатында иғлан ителмәй. Уның Башҡортостанда тыуыуы ғына билдәле.

– Балалар, белегеҙ, һеҙҙең хаттарығыҙ һәр һалдат өсөн бик мөһим, – тине хәрби. – Беҙ уларҙы кисен усаҡ янында ултырғанда ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыйбыҙ. Беҙгә ышаныуығыҙ өсөн рәхмәт.

Уҡыусылар яугирға осрашыу иҫтәлеге итеп үҙ ҡулдары менән төшөргән картинаны бүләк итә. Ә яугир Дианаға ижад өсөн йыйылма бүләк итте.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: