Йәйғор
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
20 Ноябрь , 09:11

Йөрәк саҡырыуына битараф ҡала алмаған

Башҡортостан доброволецы: беҙҙең батальондар көслө, уларҙа “тимер” тәртип һәм бер-береңә яҡшы мөнәсәбәт.

Йөрәк саҡырыуына битараф ҡала алмаған
Йөрәк саҡырыуына битараф ҡала алмаған

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе ир 55 йәшендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. Хеҙмәтен башларҙан алда,  ул бер нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа уны алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һорап килә, әммә уның үтенесе һәр ваҡыт йәше арҡаһында кире ҡағыла.

         Йөрәк саҡырыуы буйынса

 "Йөрәк саҡырыуы буйынса хеҙмәт итәм. Әгәр нацистар бында килһә, ҙур бәлә буласаҡ. Контракттың финанс яғы ҡыҙыҡһындырмай: минең эшем, үҙ фатирым бар, улым күптән үҫкән һәм үҙаллы. Мин үҙ илемдең патриоты. Һәм был тик көслө һүҙҙәр генә түгел. Дошмандың беҙҙең дөйөм йортобоҙға - илебеҙгә килеүенә юл ҡуя алманым, - тип ышаныслы һөйләй ул. Май айында яңылыҡтарҙа 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ала башлауҙары тураһындағы мәғлүмәтте ишеттем. Икенсе көндө  хәрби комиссариатҡа юлландым. Ике көн дауамында медицина тикшереүе үтеп, контрактҡа ҡул ҡуйып, башта Алкиноға, артабан Һамарға ебәрҙеләр. Унда беҙ көндөҙ ҙә, төндә лә әҙерләндек. Миңә махсус сержант мәктәбендә тиҙ хеҙмәт үткәндә үҙләштергән күнекмәләрем бик ныҡ ярҙам итте. Шул ваҡыттан алып, әлбиттә, күп йылдар үтһә лә, бер нимә лә онотолмаған. 20-25 йәшлек егеттәр хатта миңә кәңәш һорап килә ине. Миңә хөрмәт менән ҡараған йәштәрҙән, «Бабай» саҡырыу исемем булып ҡалды. 

-Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт итәм. Беҙҙә бик яҡшы батальон командиры,ул ысын профессионал. Уҡыу ваҡытында ауыр буласаҡ, әммә унда һеҙ минималь юғалтыуҙар кисерәсәкһегеҙ, тине ул. Шулай килеп сыҡты ла, - тип һөйләй Бабай. - Өс айлыҡ хәрби яраштырыуҙан һуң беҙҙе алғы һыҙыҡҡа ебәрҙеләр. Беҙ унда бер туҡтауһыҙ 20 сәғәт тирәһе барҙыҡ. Үҙ позициябыҙға тиклем йәйәүләп атланыҡ, сөнки дошман ныҡ һөжүм итте. Үҙебеҙ менән иң кәрәкле әйберҙәр генә алдыҡ: һыу, патрондар һәм шәхси ҡорал. Хәле бөткән, яраланған иптәштәребеҙҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдыра алманыҡ.

 Таҫма артында

Тыныс халыҡ өсөн ғәҙәти булмаған хәрби шарттарға яраҡлашыу “Бабай” өсөн тиҙ үтә. Дошман бик яҡын булғанда, окоптарҙа даими ут аҫтында йәшәү еңел тип әйтеп булмай.

"Ялан шарттарында көнкүреште нисек тә булһа яйға һалыу, уяулыҡты юғалтмау һәм дошмандың бөтә һөжүмен кире ҡағыу өсөн күп кенә хәйләләргә барырға тура килә",-тип һөйләй хәрби хеҙмәткәр.

 - Тыныс халыҡтың армияға мөнәсәбәте төрлөсә. Кемдер шатланып: «Һеҙһеҙ беҙгә бер нисә тапҡырға ауырыраҡ булыр ине», - ти, ә башҡаларының күҙҙәрендә асыҡтан-асыҡ нәфрәт бар. Бындағы кешеләр илдә барған ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт ала алмай тиерлек.

Әммә әкренләп, “Бабай” фекеренсә, барыһы ла яйға һалынасаҡ.

“Унда, махсус хәрби операция зонаһында, башҡорт батальондарының ҡеүәтле көсө, “тимер” тәртибе һәм үҙ-ара ныҡлы дуҫлығы бар. Беҙҙең яугирҙәр бер ҡасан да тыныс халыҡты рәнйетмәй, һәр ваҡыт уларға ярҙам итә. Үҙем дә бер нисә тапҡыр ҡоро пайҙарымды уларға бирҙем. Ә бит дошман балаларҙы ла, ҡарттарҙы ла йәлләмәй, - тип һөйләй “Бабай”. Емерелгән йорттарҙы күреү ҡурҡыныс. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге өсөн беҙ яуҙың һуңғыһына тиклем торасаҡбыҙ”.

Тылдағы юлдар

“Бабай” әйтеүенсә, һәр хәрби хеҙмәткәр өсөн өйҙә барыһы ла яҡшы булыуы мөһим. Ул махсус хәрби операция зонаһына үҙ-үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып килгән яҡташтарҙың гуманитар ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Айырыуса ул балаларҙың хаттарына шатлана икән. Уларҙа ябай, әммә иң йылы һәм мөһим һүҙҙәр бар.Уның һүҙҙәренсә, уларҙы үҙ балалары яҙған кеүек уҡый, ундағы изге теләктәр өсөн рәхмәт белдерә.

Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем “Бабай” «Водоканал» предприятиеһында слесарь булып эшләгән.

“Предприятие директоры Владимир Чернецовҡа, баш инженер Григорий Сусликовҡа ҙур рәхмәт. Улар матди һәм әхлаҡи яҡтан миңә ярҙам итте. Бөтә коллектив менән мин оҙаҡ бәйләнешкә сыҡмағас, минең өсөн бик борсолғандар, - ти ир. - Ғөмүмән, минең тормошом ҡыҙыҡлы: БДУ-ның филология факультетын тамамланым,  Ғафури районында мәктәп директоры, Төньяҡта эшләнем... Һәр рәсәйленең тыныс күк аҫтында ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп ,ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы татып, бәхетле йәшәүен теләйем”.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в