Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
5 Декабрь 2023, 12:09

Яҡташыбыҙға имен юлдар

“Әнис” саҡырыулы яугир, үҙ иленең патриоты булараҡ, ысын ир-ат Ватанды яҡларға һәм һаҡларға тейеш тип иҫәпләй. Махсус хәрби операция зонаһында өлкән сержант дәрәжәһендә отделение командиры булып хеҙмәт иткән яугирҙың көнө ошондай уйҙар менән үтә.

Яҡташыбыҙға имен юлдар
Яҡташыбыҙға имен юлдар

- Тәүҙә хәрби комиссариатҡа килдем, унан медицина комиссияһына ебәрҙеләр, һуңынан контрактҡа ҡул ҡуйҙым һәм шылтыратыу көттөм, - тип һөйләй “Әнис”. Ике ай Самарала хәрби ярашыу үтеп, 22 августа махсус хәрби операция зонаһына киттем.
Сығышы менән Нуриман районынан булған малай 6 йәшлек сағында, ғаиләһе менән Благовещен районының Саннинск ауылына күсенә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Ырымбурға китә, унда тракторсы һәм шофер һөнәрҙәренә уҡый. Махсус хәрби зонаға киткәнгә тиклем монтажсы-төҙөүсе булып эшләй. “Әнис” туғыҙ балаһына хәстәрлекле атай булһа, яратҡан ейәненә ҡәҙерле олатай. Ғаиләһе уның ҡарарын шунда уҡ хупламай.
-“Минең туғандарым махсус хәрби операцияла йөрөгәндә, мин өйҙә ултырайыммы? Был дөрөҫ түгел. Әгәр беҙ булмаһаҡ, әсәләрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы кем яҡлар һуң?-тип иренең һүҙҙәрен иҫләне Ксения. - Әсәйем фатиха биргәс, беҙ тынысландыҡ. Башта балалар менән уны вахтанан көтә инек, әле лә бик ныҡ һағынып көтәбеҙ. Уның йыраҡта махсус хәрби операцияла булыуы, беҙҙең ғаиләне, әлбиттә бик борсоуға һала һәм быға күнегеп тә булмай. Ғаилә башлығының өйҙә булмауы беҙгә бик ауыр. Әлдә хәҙер телефон бар, ваҡыты-ваҡыты менән шылтыратып, һөйләшеп алабыҙ, уның имен-һау икәнлегенә ҡыуанабыҙ. Телефон аша шартлау тауыштарын ишетеү менән йөрәк өшөп китә. Көндәлек хәрби тормош тураһында “Әнис” һөйләргә яратмай. Уның фекеренсә был ҡыҙыҡлы тема ла түгел”.
- Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәм дә, күп яҡташтарымды осратам, улар менән туғандарға хас мөнәсәбәттәр булдырылған. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, яу юлдарында терәк-таяныс булып йәшәйбеҙ,- ти яугир. - Йәше олораҡ, тәжрибәһе буйынса өлкәндәр, беҙгә атай кеүек, улар кесерәктәргә кәңәш бирә, кәрәк икән өгөт-нәсихәт һүҙҙәре һөйләй. Һәр яуға йортом, ғаиләм, балаларым, унан мотлаҡ еңеү менән ҡайтасағым тураһындағы уйҙар менән барам. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, һәр милләт бәхетле йәшәһен”.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: