Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
11 Декабрь 2023, 11:28

Ильяс Батыргәрәев Благовещен уҡыусылары менән осрашты

Башҡортостандың популяр блогеры һәм журналист Ильяс Батыргәрәев уҡыусылар менән осрашты

Ильяс Батыргәрәев Благовещен уҡыусылары менән осрашты
Ильяс Батыргәрәев Благовещен уҡыусылары менән осрашты

Башҡортостандың популяр блогеры һәм журналист Ильяс Батыргәрәев уҡыусылар менән осрашты.

Арыҫлан һәм Искәндәр Хәмәтгәрәевтарға махсус хәрби операцияның алғы һыҙығында ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ тураһында һөйләне. Балаларға тыуған илде яҡлау, уны яратыуҙың бик мөһим булыуы тураһында ла әйтте. Малайҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырҙылар. Ильяс ысын күңелдән уларға яуып бирҙе, үҙе шөғөлләнгән студияның нисек эшләүен күрһәтте. Арыҫлан менән Искәндәр бүләкһеҙ ҙә ҡалманы.

- Беҙҙә шундай йәштәр булыуы менән ғорурланам, улар барыһын да аңлай. Армияға барырғамы тигән һорауға, ышаныслы яуап бирҙеләр. Был малайҙар өсөн өлгө булыу - ҙур яуаплылыҡ, - тине Ильяс Батыргәрәев. - Улар минең сюжеттарым буйынса яугирҙарыбыҙҙың күбеһенең исемдәрен белә һәм бөтәһенә лә сәләм еткерә. Беҙҙе донъяның иң көслө Армияһы яҡлай икәнен дә беләләр!

Балалар бөтә батырҙарға ныҡлы һаулыҡ, һәм тиҙерәк иҫән-һау, еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләне.  

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: