Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
29 Декабрь 2023, 12:59

Иглин оҫтаһы ҡарҙан ысын мөғжизә тыуҙырған

Һарт-Лабау ауылынан Фиҙәрис Ғималетдинов ҡарҙан йәшел аждаһа һынын әүәләгән. Ғәҙәти булмаған скульптураның бейеклеге – 2 м 30 см.

Иглин оҫтаһы ҡарҙан ысын мөғжизә тыуҙырған
Иглин оҫтаһы ҡарҙан ысын мөғжизә тыуҙырған

Фиҙәрис Ғималетдинов Яңы йыл символдарын ҡарҙан әүәләү менән күптән мауыға. Йыл һайын уның йорто янында яңы йыл символы барлыҡҡа килә. Быйыл ул урынды Йәшел аждаһа алған.

Скульптураның бейеклеге – 2 м 30 см. Оҫта уның өҫтөндә эштән буш ваҡытта ике көн эшләгән, уға улы ярҙам иткән. Фиҙәрис крәҫтиән-фермер хужалығында механизатор булып эшләй. Үҙенең ижад емешен оҫта колер менән буяған.

Йәшел аждаһа ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыш буйына ҡыуандырасаҡ.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: