-Успенский изге Георгий ирҙәр ғибәҙәтханаһына һәм архимандрит Варлаамға, Пресвятая Богородица Благовещение храмына һәм Сергий Катаевҡа, Александр Попцовҡа, район һәм ҡала хакимиәттәренә ҙур рәхмәт,- ти «Космос» саҡырыулы хәрби хеҙмәткәр. -Благовещендар беҙгә аҙыҡ-түлек һәм йылы әйберҙәр, маскировкалау селтәрҙәре ебәрә, ә балалар хаттар яҙа һәм үҙ ҡулдары менән күңел йылыһын һалып, беҙгә кәйефте күтәрерҙәй әйберҙәр яһай.
Районда ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр күп: улар предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ. Улар араһында йыш ҡына үҙҙәренең нимә эшләгәндәре тураһында һөйләмәгән, ҡылған изгелектәре менән бер ҙә маҡтанмаған, әммә барған махсус операцияға битараф булмаған кешеләр ҙә бар. Ҡайһы берҙә осраҡлы рәүештәге һөйләшеүҙә лә, кемдеңдер автомобиль һатып алыуҙа, кемдеңдер техниканы ташыуҙа ярҙам итеүен беләһең. Бындай позиция, бындай ярҙам, әлбиттә бик ҡиммәт тора. - Яҡташтар, һеҙ күрһәткән ярҙам өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Һеҙ - беҙҙең ышаныслы тыл. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙ сыҙам, берҙәм булып, тик еңеүгә ынтылабыҙ,алға ҙур ышаныс менән атлайбыҙ. Беҙҙән һеҙгә тик изге теләктәр һәм оло рәхмәт һүҙҙәре, - ти Благовещен еренән мобилизацияланған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ.