Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Ғинуар , 13:43

Эше менән маҡтаулы Нина Фәтхетдинова

Благовещен ҡалаһының «КомСтройСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 71 йәшлек урам һепереүсеһе Нина Фәтхетдинованың эш көнө иртәнге сәғәт етелә башлана һәм көндөҙгө өстә тамамлана. Ҡар күп яуғанда ул бер сәғәткә иртәрәк эшкә сыға. Кәрәк булһа, эшенән һуңыраҡ та ҡайтып китә. Ҡайһы бер ял көндәрендә лә Нина Ивановна, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, дүшәмбе еңелерәк булһын өсөн, көрәк һәм һепертке тотоп урамға сыға.

Эше менән маҡтаулы Нина Фәтхетдинова
Эше менән маҡтаулы Нина Фәтхетдинова

Ул 1983 йылдан алып урам һепереүсе булып эшләй. Уңған Нина Комаров урамындағы 3/2, 7, 11, 11/1 һанлы йорттарҙың ихаталарында тәртип булдыра. Унда йәшәгән кешеләр Нина Ивановнаның эше менән ғорурлана, уны ихата хужабикәһе лә тип атай.
- Үҙ һөнәремде яратып башҡарам. Һигеҙенсе тиҫтәне алмаштырһам да, өйҙә ултырырға йыйынмайым, көсөм еткәнсе, эшләргә ине. Ҡыҙым, әлбиттә, әрләй, - тип көлә Нина Ивановна. Бер кемгә лә яуызлыҡ теләмәйем, хатта күҙ алдымда сүп-сар ташлаған кешеләргә лә насар һүҙ өндәшмәйем. Тәмәке, кәнфит ҡағыҙҙары, шешәләр йыйыу - минең эшем. Һәр ваҡыт: «Йә, Раббым, кешеләргә һаулыҡ һәм баштарына изге уйҙар бир» тип теләйем.
Нина Ивановна йыйыштырған ихаталарҙа уны һәр кеше белә, хөрмәт итә. Ә идара итеүсе ойошмала билдәләүҙәренсә: башҡа хеҙмәткәрҙәр өсөн ул лайыҡлы өлгө булып тора.
- Декабрҙә иреү ҙә, һыуыҡтар ҙа, буран да булды. Бындай һауа торошо мине ҡурҡытмай. Эш ҡоралдары бар, бына был көрәк еңел, уның менән ҡар көрәүе уңайлы. Яҙ етеп, ҡар-боҙҙар ирей башлағас, ауыр тимер көрәк менән эшләргә тура киләсәк, - ти Нина Фәтхетдинова. - Ысынлап та, бөтә миҙгелдәр ҙә һәйбәт, иң мөһиме – кәйефең шәп, күңел торошоң тыныс булһын. Һәр ваҡыт саф һауала булыуҙан, кешеләр менән аралашыуҙан ҡәнәғәтлек кисерәм.
Нина Ивановна күптән инде хаҡлы ялда. Уның әйтеүенсә, ул яҡшы пенсия ала, әммә артыҡ тин бер кемгә лә ҡамасауламай. Яратҡан эшен ул ауыр ваҡытта сыҙам ҡалырға мөмкинлек биргәне өсөн баһалай.
"Мин бик күп ҡайғылар кисерҙем", - ти ҡатын. - Хеҙмәт әсе уйҙарҙан арындыра. Беренсенән, физик яҡтан арығанһың икән, тимәк, төндә йоҡлай алаһың. Икенсенән, көн дауамындағы эш барышында башың төрлө уйҙарҙан азат була. Тормош шарттары беҙҙе ҡайһы бер ҙә көрсөккә этәрә, әммә һәр хәлдән дөрөҫ сығыу юлын таба белеү мөһим. Минең иң ҙур шатлығым – ҡыҙым һәм ейәндәрем, 16 йәшлек ейәнсәрем -төп ярҙамсым. Уларҙың тыныс күк йөҙө аҫтында бәхетле, һау-сәләмәт йәшәүе - минең төп хыялым.
Буш ваҡытта ҡатын китаптар, гәзит-журналдар уҡый. Йыл һайын ул район гәзите «Панорама» ны ла яҙҙырып алдыра.Телевизор аша яңылыҡтар менән дә даими танышып бара, яратҡан тапшырыуҙарын да даими ҡарап бара.
«Ағас емеше менән, кеше эше менән маҡтаулы», ти халыҡ мәҡәле. Һәр яҡтан да уңған, мөләйем, изге йөрәкле оло йәштәге Нина Фәтхетдинова ни тиклем ауырлыҡтар күрһә лә, рухи яҡтан көслө шәхес. Йөҙөндә һәр ваҡыт йылмайыу булған ҡатын, алда ла үҙенең тырыш хеҙмәте менән ҡаланың төҙөк һәм таҙа булыуына ҙур өлөшөн керетеп, оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәһен.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: