Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Ғинуар , 12:17

Сергей Терехиндың батырлығы онотолмаҫ

Благовещен ҡалаһының 2-се мәктәбе «Герой партаһы» тигән Бөтә Рәсәй патриотик проектына ҡушылды. Проекттың маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү. Был парта ошо мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Сергей Терехин иҫтәлегенә асылды.

Сергей Терехиндың батырлығы онотолмаҫ
Сергей Терехиндың батырлығы онотолмаҫ

Сергей тураһында уҡытыусылары һәм класташтары бөгөнгәсә тик яҡшы фекерҙәр әйтә. Ярҙамсыл, яуаплы, эшһөйәр егет мәктәптән һуң Благовещен күп профилле һөнәри колледжын да уңышлы тамамлаған.
2022 йылдың 28 сентябрендә мобилизация буйынса ул Ҡазан ҡалаһына, ә унан һуң махсус операция үткәреү зонаһына хәрби яраштырыуға ебәрелә. Сергей Терехин 2023 йылдың 21 сентябрендә батырҙарса һәләк була. Командирҙар уны намыҫлы, ҡыйыу һәм тәүәккәл яугир тип хәтерләй. Ул ғүмеренең һуңғы минутына тиклем хәрби бурысына тоғро ҡала һәм Ватанының киләсәген яҡлап һәләк була. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә ул.
“Герой партаһы”на батырҙың фотоһүрәте ҡуйылып, уның биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған һәм уның үткән героик юлы тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған.Уның артына мәктәптең иң тырыш, иң һәләтле уҡыусылары ғына ултырырға лайыҡлы.
Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, мәктәп етәкселеге “Герой партаһы”н асыуҙың белем усағы тормошонда мөһим ваҡиға булыуын билдәләне. Был партаның уҡыусылар өсөн яҡшы уҡыуға, спортта, ижадта, хеҙмәттә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә этәргес булырына ышаныс белдерҙе. Ил азатлығы өсөн ғүмерен биргән ҡаһарман егеттең яҡты иҫтәлеге яҡташтары күңелендә һәр саҡ һаҡланыр.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: