Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
16 Ғинуар , 15:01

Яуҙан сәләмәт, имен-аман ҡайтығыҙ!

Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова һәм ҡала хакимиәте башлығы Сергей Завгородний махсус хәрби операцияла контракт хеҙмәте үткән яугирҙар менән осрашты. Әңгәмә дуҫтарса мөхиттә сәй өҫтәле артында үтте. Яҡташ яугирҙар хәрбиҙәрҙең хеҙмәте, һалдаттарҙың көндәлек тормошо һәм көнкүреше тураһында һөйләне.

Яуҙан сәләмәт, имен-аман ҡайтығыҙ!
Яуҙан сәләмәт, имен-аман ҡайтығыҙ!

Медицина ротаһы яугиры “Эльф” уларҙың бурысы - яралы яугирҙарға беренсе ярҙам күрһәтеү һәм тиҙ арала госпиталгә ебәреү, тине. Яугирҙарҙың ғүмере тап уларҙың беренсе реакцияһына бәйле, шуға күрә табиптар үҙ бурыстарын теләһә ниндәй шарттарҙа ла еренә еткереп үтәй, уларҙың ғүмере өсөн көрәшә.
-Бер тапҡыр штурмдан һуң өс тәүлек йоҡламай, 65-тән ашыу яугирға ярҙам күрһәттем. Беҙҙең егеттәр һәр ваҡыт бер - береһенә булыша, мәҫәлән, яралылар ярҙам көткәндә, уларға курткаларын, йоҡо ҡапсыҡтарын бирә, - ти “Эльф”. - Ялан медицинаһының нимә икәнен тик унда ғына бөтә нескәлектәрендә генә аңлайһың. Беренсе ярҙам ни тиклем мөһим һәм урынлы. Бындай тәжрибәне көндәлек тормошта табыуы ауыр булыр ине. Әммә бында алған тәжрибә бик ҡиммәтле...
“Эльф” беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә медицина кәрәк-яраҡтарының барлығын һөйләне. Уға яралылар ғына түгел, ә һыуыҡ алдырғандар ҙа мөрәжәғәт итә. Уларҙы дауалау өсөн бөтә кәрәкле дарыуҙар бар. Фельдшер медицина бүлегенә посылкалар ебәргән, барған ваҡиғаларға битараф булмаған благовещендарға рәхмәт белдерҙе.
«Өфөп» саҡырыулы хәрбиҙең тәжрибәһе һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бар. «Ни өсөн контракт төҙөргә һәм махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иттең? " тигән һорауға ул йәш яугирҙар өсөн борсолоуын әйтте. “Бында килеп, беҙҙең ҡыйыу егеттәрҙе күреү менән йәнем бер аҙ тынысланды. Хәҙер мин ҡаһарман яҡташтарымдың батырлығына һоҡланам, быуындарҙың үҙ-ара ныҡлы бәйләнешенә, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙың ҡаҡшамаҫ булып ҡалыуына ышанам”.
- Алғы һыҙыҡҡа сығыр алдынан беҙ яҡшы әҙерлек үттек. Хәҙер йәштәрҙе үҙем фронтта нисек эш итергә өйрәтәм. Ҡайһы берәүҙәрҙең телефонда чат төҙөп, бында нимә булғанын тикшерә башлауы оҡшамай, - ти хәрби хеҙмәткәр. Шулай уҡ ул алғы һыҙыҡта благовещендарҙың үҙ-ара дуҫ булыуын да әйтте. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, хеҙмәтен дауам иткән егеттәр бар. Шундайҙар араһында хәрби хеҙмәткәр «Бәләкәй» позывнойлы яугирҙы айырыуса билдәләп үтте.
Район хакимиәте башлығы яугирҙарҙың ихтыяждары менән ҡыҙыҡһынды. Улар фронтта көндөҙгө һәм төнгө пилотһыҙ осоу аппараттары (дрондар) етмәүен билдәләне. Осрашыу аҙағында бөтә ҡатнашыусылар яҡташтарына Ватанға лайыҡлы хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Сәләмәт, имен-аман булып, яу юлдарынан оло еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: