Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
17 Ғинуар , 15:42

Ватанды яҡлауға үҙ өлөшөн индерә

“Сирин” саҡырыулы хәрби хеҙмәткәр тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускҡа ҡайтты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещендан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.

Ватанды яҡлауға үҙ өлөшөн индерә
Ватанды яҡлауға үҙ өлөшөн индерә

Төбәк етәксеһе ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндән һуң батыр яҡташтарыбыҙға лайыҡлы хеҙмәтен тамамлап, уларҙың һау-сәләмәт өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләне.
- Уҙған йылдың декабрендә «Башҡортостан» полкы дошман оборонаһын өҙөп, алға сыҡты. Командование республикабыҙ исемле подразделениеның фиҙакәр өлөшөн юғары баһаланы. Ә бөгөн беҙ башҡаларҙан оло ҡаһарманлығы менән айырылып торған яугирҙарға республика наградаларын – генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙ “Башҡортостан" полкын ойоштороуға күп көс һәм энергия йүнәлттек. Республиканың бөтә исемле бүлексәләре кеүек, был полк та беҙҙең оло ғорурлығыбыҙ. Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған яҡташтарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Сирин” саҡырыулы яугир Рәсәй Оборона министрлығы менән уҙған йылдың йәйендә килешеү төҙөнө һәм ҙур теләк менән Ватанды яҡларға юлланды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: