Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
18 Ғинуар , 09:21

Бала саҡ хыялы - ысынбарлыҡ

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе “Юныс” позывныйлы махсус хәрби операция зонаһына “Бокссы” позывнойлы кесе улы янына барырға ҡарар итә.

Бала саҡ хыялы - ысынбарлыҡ
Бала саҡ хыялы - ысынбарлыҡ

Бала саҡ хыялы - ысынбарлыҡ
Юныс менән Зөлфиә 37 йыл элек өйләнешә. Йәштәр ирҙең тыуған төйәгендә - Мәсетле районында төпләнә. Шунда уҡ уларҙың ҡыҙы һәм ике улдары тыуа. 2009 йылда ғаилә Благовещенда йорт һатып алып, шунда күсергә ҡарар итә. Өлкән ҡыҙҙары ул ваҡытта медицина колледжында, уртансы улдары Илнур Өфөләге республика интернат-гимназияһында уҡыйҙар, ә кесе улдары уҡыуын Благовещен ҡалаһындағы 1-се гимназияла дауам итә. Буш ваҡытта бокссы Илнур Фәнүс Ғәлимов етәкселегендәге «Факел» үҫмерҙәр клубында спорт менән шөғөлләнә. Зөлфиә әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһендә һәр ваҡыт патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Балаларға туғандарының батырлығы, мәҫәлән, олатаһы Абдрахман Закирйән улының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында һөйләйҙәр. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән яҡын кешеләренең «Батырлыҡ өсөн» миҙалы булыуы менән дә улар хаҡлы ғорурланалар.
- Улдарыбыҙ бала саҡтан хәрби кеше булыу тураһында хыяллана ине. Яңы йыл иртәлектәрендә Илнур атаһының баш кейемен кейеп, ул үҙен буласаҡ Ватанды һаҡлаусы, тип ғорурланып әйтә торғайны, - тип һөйләй Зөлфиә. Гимназияны тамамлағандан һуң өлкән улдары хәрби университетҡа «дирижер» һөнәре буйынса уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң ул алыҫ Көнсығышҡа, яңы хеҙмәт урынына эшкә китә. Ә кесеһе ул ваҡытта Благовещен ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледжда уҡый, спорт аша сыныҡҡан егет физик культура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алған улыбыҙ, армия сафтарына теләп юллана һәм хәрби форма кейә алыуы менән ғорурлана. Армияла үткән бер аҙ ваҡыттан һуң ул ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөп, физик әҙерлек буйынса инструктор вазифаһын үтәй башлай.
Бер айҙан һуң, 2021 йылдың февралендә, “Бокссы” позывнойлы махсус хәрби операцияға ебәрелә. Ата-әсәһенә ул тыныс халыҡтың Рәсәй һалдаттарына яҡшы мөнәсәбәттә булыуы, уларға ярҙам итеүе тураһында һөйләй. Бигерәк тә уның Таня инәһе һәм Сережа ағаһы тураһында хикәйәһе иҫтә ҡалған. Был ғаилә пары уларҙы яҡын күреп, яратып үҙ йортона йәшәргә саҡыра. Был йомарт ҡатын егеттәргә тәм-томдар әҙерләп ашата. Улар унда йыуынып, өҫ кейемдәрен дә йыуып кейә алған. Ә һуңынан был ғаиләгә эвакуацияланырға тура килә. Улар тыуған йортон, булған бар мөлкәтен ҡалдырып китергә мәжбүр була, - тип һөйләй Зөлфиә. Был кешеләргә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә булһа ла, балаларыбыҙға ярҙам итә алыуҙары өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ.
"Әсәй, мин һеҙҙең тыныс күк аҫтында имен-һау йәшәүегеҙҙе теләйем, шуға күрә бында яҡлауҙы көсәйтергә кәрәклеген аңлап эш итәбеҙ», - ти миңә улым. Хәҙер “Бокссы” илебеҙҙең көньяҡ сиген һаҡлай. Әсәһе әйтеүенсә, уны күптән түгел генә унда күсергәндәр.
Бөтә әсәләргә лә: «Әйҙәгеҙ, түҙемлек йыйып, фронт яланында булған һәр һалдат һәм офицер өсөн доға ҡылайыҡ» тип әйтергә теләйем.
Балалар артынан
Был ҙур һәм дуҫ ғаилә башлығы ғәҙәти граждан кейемен хәрби - ялан камуфляжына алмаштырыу ҡарарын бушҡа ғына ҡабул итмәй. Хәрби комиссариат тупһаһын ул мобилизация башланғандан бирле тапай, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барырға теләгән ир йәше буйынса тура килмәй. Иңдәрендә ашығыс армия, махсус подразделениеларҙа хеҙмәт итеү, хәрби операцияларҙа ҡатнашыу тәжрибәһе булһа ла, унда ир-егеттәрҙең тағы ла кәрәклегенә ныҡлы ышана ул.
-Мин үҙем хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иттем. Ә һуңынан тыуған районымда механизатор, водитель булып эшләнем, ә фронтҡа ебәрелгәнгә тиклем ошо уҡ һөнәр буйынса «Өфөнефтехим» заводында көс түктем, - тип һөйләй хәрби хеҙмәткәр. - Беҙ патриотик рухта тәрбиәләнгәнбеҙ. Шуға күрә 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе үҙ теләге менән фронтҡа алыуҙарын иғлан иткәс тә, хәрби комиссариатҡа барҙым. Ҡатыныма улдарыбыҙ өсөн өлгө булырға тейешлегемде әйттем. Улар бит минең ике ҡанатым. Ә бына улдарым, минең ҡарарым тураһында белгәс, ҡаршы булды. Тыуған илде һаҡлау һәм яҡлау өсөн беҙ бар, тинеләр.
2023 йылдың апрелендә “Юныс” Даян Мурзин исемендәге ирекле батальонға эләгә, һуңынан танк полкына ебәрелә.
- Беҙҙе Һамар өлкәһенә хәрби яраштырыуға ебәрҙеләр. Унда миңә пехота хәрби машинаһының водитель-механигы булырға тәҡдим иттеләр.
Ризалаштым. Шул саҡта мине Елань ҡалаһына ҡайтанан әҙерләүгә ебәрҙеләр, - ти яугир. Август айында Луганск Халыҡ республикаһы территорияһында инем инде. Унда, алғы һыҙыҡта, беҙҙең бурыс – ваҡытында десант, хәрби комплекттар килтереү, яралыларҙы эвакуациялау булды.
“Юныс” тәжрибәле һалдаттар менән иңгә-иң терәшеп, 20 йәштән саҡ ҡына өлкәнерәк булған йәш егеттәрҙең дә тырышып хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, егеттәрҙең үҙ халҡына, тыуған иленә һөйөүе, ҡаһарман булыуы Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәткә контракт төҙөргә этәргес көс булған.
- Был егеттәр - ҙур маладистар. Беҙ, «ҡарттар», уларға үҙ балаларыбыҙға ҡараған кеүек ҡарайбыҙ, шуға күрә хәрби заданиеларға йыш ҡына үҙебеҙ сығырға тырышабыҙ. Улар менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Ялға, отпускыға ҡайтҡан арала, бергә хеҙмәт иткән Салауат районы егеттәре менән телефон аша һөйләшеп, хәл белешеп торҙоҡ. Улар миңә ихтирам менән «ағай» тип мөрәжәғәт итә, сит илдә лә туған телемдә һөйләшәм, - тип уртаҡлаша хәрби хеҙмәткәр. - Уларға ҡарап, кесе улымды ла йыш иҫкә алам. Ул да ошо йәш балалар күргәндең барыһын да, күреп, үҙ иңендә татып йөрөй инде. Янында снаряд шартлағанда ҡурҡһа ла, әммә батырлыҡ менән ул хеҙмәтен дауам итә. Бөтәһенә лә ҡурҡыныс. Йәшен, ҡартын шаңҡытырҙай хәлдәр булып торһа ла, кәрәк саҡта һәр беребеҙ төплө ҡарарға килеп, эш итергә кәрәклекте беләбеҙ. Тап ошо саҡта бөтә шикләнеүҙәр юҡҡа сыға, дөрөҫ ҡарарға килеп, алдыңа ҡуйылған бурысты үтәйһең. Һис шикһеҙ, улым менән ғорурланам. Артабанғы тормошон, өлкән ағаһы кеүек үк, ул да Рәсәй армияһы менән бәйләргә ҡарар итте. Контракт төҙөгәндәргә һоҡланам. Уйы яҡты, тыныс ҡарашлы, төплө фекере булғандарҙы хөрмәт итәм. Уларҙың ҡайһы берҙәре тәүге көндән бөгөнгәсә махсус хәрби операцияла булыуын дауам итә. Батыр Салауат тоҡомонан булыуыбыҙ менән хаҡлы ғорурланам.
Фронтта улы менән атаһына осрашырға тура килмәй. “Еңеү менән ҡайтасаҡ улдарымды өйҙә ҡосаҡлап, уларҙы имен-аман көтөп алырыма ышанам", - ти оло йөрәкле һәм хәстәрлекле атай кеше.

Бала саҡ хыялы - ысынбарлыҡ
Бала саҡ хыялы - ысынбарлыҡ
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: