Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
25 Ғинуар , 15:41

Студент осоро - ул һәр кешенең тормошонда иң яҡшы ваҡыттыр

Студенттың тәүлек әйләнәһенә 25 сәғәт ваҡыты бар. Ул барыһына ла өлгөрә: уҡырға, ял итергә, ижад менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. “Студент осоро - ул һәр кешенең тормошонда иң яҡшы ваҡыттыр, моғайын», - ти Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Благовещендағы филиалының 3-сө курс студенты Дмитрий Яночкин.

Студент осоро - ул һәр кешенең тормошонда иң яҡшы ваҡыттыр
Студент осоро - ул һәр кешенең тормошонда иң яҡшы ваҡыттыр

Колледжда Дима тимер булмаған конструкциялар һәм изделиелар етештереү буйынса һөнәр үҙләштерә. Шул уҡ ваҡытта ул әүҙем вокал менән шөғөлләнә һәм үҙенең реклама бизнесын үҫтерә.

10-сы балалар баҡсаһында уҡ Дима энергиялы, ҡыҙыҡһыныусан һәм күп яҡлы бала була. Быны музыкаль етәксе Ольга Николаева аңлап ҡала һәм уға ижади конкурстарҙа ҡатнашырға тәҡдим итә. Малай остазын һынатмай һәм беренсе музыкаль конкурста уҡ Гран-при ала. Хәҙер егеттең өйөндә күп һанлы дипломдар, грамоталар һәм рәхмәт хаттары һаҡлана.

10-сы класты тамамлағандан һуң Дима Яночкин Өфө автотранспорт колледжына уҡырға инергә ҡарар итә һәм социаль селтәрҙәрҙә үҙенең блогын әүҙем алып бара башлай. Өсөнсө курста егет үҙләштергән һөнәренең бөтөнләй үҙенеке түгеллеген аңлай. Шуға күрә фекерҙәштәре менән бергә инфлюенс-маркетинг үҫешенең нигеҙҙәрен яҡшыраҡ үҙләштереү өсөн Мәскәүгә күсеп китә.
Йыл ярым һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Яңы белем багажы менән Дима Благовещенға ҡайта.

- Ҡалабыҙҙа яратҡан эшем менән шөғөлләнергә һәм аҡса эшләргә яҡшы мөмкинлек барлығын беләм. Әммә киләсәк һөнәремде үҙләштереү кәрәклеген дә яҡшы аңлайым. Интернетта конкуренция бик юғары, һәм теләһә ҡайһы ваҡытта аҡса эшләүҙең икенсе ысулы кәрәк булыуы мөмкин. Шуға күрә Башҡорт архитектура һәм төҙөлөш колледжының Благовещен филиалына уҡырға керҙем, - тип һөйләй Дима. - Үҙемде яҡшы яҡтан күрһәтергә тырышам. Бында үткән бөтә сараларҙа тиерлек ҡатнашам.

Уҡыу йортоноң үҙ телестудияһы эшләй. Уны Дима Яночкин етәкләй.

- Беҙҙең командала һигеҙ кеше эшләй. Студенттарҙы видеояҙмаларҙы дөрөҫ төшөрөргә, сценарийҙар яҙырға, үҙеңде кадрҙа нисек тоторға, аралашырға, интервью алыусылар менән диалог төҙөргә өйрәтәм, - тип һөйләй Дима. - Колледж һәм ҡала өсөн көнүҙәк темаларҙы алабыҙ һәм роликтар төшөрәбеҙ. Улар араһында күңел асыу саралары ла бар. КВН өсөн эшләнгән визит карточкаһы минең өсөн иң иҫтәлеклеһе булды. Ул «Life» форматында ине.


Йәш кеше әйтеүенсә, студенттар-үҙенсәлекле халыҡ, улар һәр хәлдә ыңғай тәьҫораттар алып йәшәп өйрәнгән. Дәрестәрҙе билдәле бер сәбәп арҡаһында ҡалдырып, бер аҙ артта ҡалғандарға ярҙам итеү – беҙҙең уҡыу йортонда бер ҡыйынлыҡһыҙ эшләнә. Шуға ла студент халҡына бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел кеүек тойола. Улар еңел һәм рәхәтләнеп уҡый, күңелле йәшәй.


- Уҡыу барышында миңә ярҙам иткәндәре, аңлағандары, ышанғандары өсөн тәү сиратта кураторым Дилара Миндееваға һәм филиал мөдире Галина Дьячковаға рәхмәт белдерәм. Яҡындарың һәм уҡытыусыларың яғынан ярҙам булғанда, бөтәһенә лә өлгөрөргә мөмкин, - ти Дима. - Колледж уҡыусыларына студент тормошоноң һәр минутын сағыу үткәрергә, шул уҡ ваҡытта уҡыу тураһында онотмауҙарын теләйем. Һеҙ үҙ киләсәгегеҙҙе төҙөйһөгөҙ, һәм ул диплом менән бергә булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Барыһы ла беҙҙең ҡулда!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: