Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
25 Ғинуар , 13:24

Яҡташтарына оло иғтибарлы ауылдаштар

Өфө районының Таптыҡ ауылы халҡы махсус хәрби операцияға тиклем ошо уҡ ауыл хакимиәтендә эшләгән “Алибаба” позывнойлы яугирға ярҙам итә, уға тейешле иғтибарын бүлә. 2023 йылдың октябрендә махсус хәрби операцияға юлланған ир ватандаштары менән бергә илебеҙ мәнфәғәттәрен тоғро яҡлай һәм тулыһынса уның именлеге өсөн көрәшә.

Яҡташтарына оло иғтибарлы ауылдаштар
Яҡташтарына оло иғтибарлы ауылдаштар

Әлеге ваҡытта ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында Таһир Күсимов хөрмәтенә аталған батальонда уҡсы булып хеҙмәт итә. Тыуған еренән йыраҡта хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, яугир тыуған ауылы менән даими бәйләнештә тора. Мөмкинлек булғанда, ул яҡындары менән видео аша бәйләнешкә сыға, үҙенең хеҙмәте барышы тураһында һөйләй һәм яҡташтарына сәләм тапшыра.
Район Советы депутаты, эшҡыуар Алексей Әсләмов та махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ихлас ярҙам итә. Булгаков ауыл Советы хакимиәте башлығы Владимир Метелев инициативаһы буйынса Алексей махсус хәрби операция зонаһына юлланған яугир өсөн тулы комплект экипировка йыйырға ярҙам итте. Яугирҙың әсәһе депутатҡа ауыр мәлдәрҙә улының уңайлылығын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: