Йәйғор
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
30 Ғинуар , 09:26

Хәстәрлекле Мәрйәм апай

Ҡартлыҡ - кешенең күңел торошо. Нуриман районы Оло Теңкәш ауылында ғүмер итеүсе Мәрйәм Әғзәмова менән әңгәмә барышында ошо фекерҙең хаҡлығына тағы бер инандыҡ. Мәрйәм Самат ҡыҙының хеҙмәт юлы ябай ғына түгел. Башта ул оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләй. Райпо селтәре тарҡала башлағас, китапханасы һөнәрен үҙләштерә...

Хәстәрлекле Мәрйәм апай
Хәстәрлекле Мәрйәм апай

Ҡартлыҡ - кешенең күңел торошо. Әйтәйек, хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың бөтәһен дә ҡарттар рәтенә индереп булмай. Улар араһында әүҙем тормош алып барған, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған, спорт һәм физкультура менән мауыҡҡан замандаштарыбыҙ аҙмы ни?

Нуриман районы Оло Теңкәш ауылында ғүмер итеүсе Мәрйәм Самат ҡыҙы Әғзәмова менән әңгәмә барышында ошо фекерҙең хаҡлығына тағы бер инандым.

Мәрйәм Самат ҡыҙының хеҙмәт юлы ябай ғына түгел. Башта ул оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләй. Райпо селтәре тарҡала башлағас, китапханасы һөнәрен үҙләштерә.

- Китапханасы эшенә күсергә тәҡдим булғас, аптырап ҡалдым. Икеләнеүҙәрем күп булды.Тотонһам, был эште алып барып сыға алырмынмы, тип уйландым. Махсус белемем юҡ бит инде. Бикмырҙа ауылы китапханасыһы Әнисә Ғабдрахмановаға рәхмәтлемен: ул миңә ят булып тойолған  китапхана серҙәрен асты, һәр яҡлап ярҙам итте, - тип һөйләй әңгәмәсем.

Ун бер йыл был вазифаһын яратып, еренә еткереп башҡара Мәрйәм Самат ҡыҙы. Ул эшләгән осорҙа ауылда клуб булмау сәбәпле китапхана йыр - моң яратҡандар өсөн мәҙәни усаҡ та булып тора. Йәмәғәт эштәрен үҙ иңенә һалған Мәрйәм Самат ҡыҙына үҙ ауылында  ФАП төҙөтөү мәсьәләһе менән кәрәкле ойошмалар юлын да күп тапарға тура килә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә ҡул ҡаушарып өйҙә генә ултырмай ул. Һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек яулаған “Ихлас” татар йыр ансамбле менән төрлө сараларҙа ҡатнаша, ветерандарҙың спорт буйынса йыйылма командаһы составында Байгилде ауыл биләмәһенең данын яҡлай. Яу яланында алышҡан егеттәребеҙ өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләү, улар өсөн бауырһаҡ кеүек тәм-том әҙерләү, маскировкалау селтәре үреү һымаҡ эштәрҙе ойоштороусыларҙың береһе лә ул Мәрйәм Самат ҡыҙы.

Әғзәмовтарҙың ғаилә тормошо матур. Бөтә уңайлыҡтары булған таш йорт һалып ингәндәр. Улы, өс ҡыҙы, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре ихтирам итеп тора. Барыһы ла яҡшы, әммә күңеле генә тыныс түгел Мәрйәм апайҙың: берҙән-бер улы инде йыл ярым Башҡортостанда ойошторолған Александр Доставалов исемендәге батальон составында илебеҙҙе фашизмдан һаҡлау бурысын үтәй. Һүҙҙе Мәрйәм апайҙың үҙенә бирәйек.

- Улыбыҙ вахта ысулы менән тырышып эшләп йөрөй ине. Үткән йылдың йәй башында ялға ҡайтты, шунан йыш ҡына район үҙәгенә, Өфөгә йөрөй башланы. Быны ул эш урынында медкомиссия үтеүҙе талап итеүҙәре менән аңлатты. Тиҙҙән юлға йыйынды, ғәҙәттә үҙе менән йөрөткән эш кейемдәрен дә, аҙыҡ-түлек тә алманы. Атаһы менән оҙатып ҡалдыҡ. Әсә күңеле һиҙә бит ул: хәүефле уйҙар борсоуға һалды. Аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, ауыл биләмәһе етәксеһе саҡырып алды һәм улымдың хәрби яйға һалыу әҙерлеге үтеп йөрөүе тураһында хәбәр итте.

Ата-әсәһенең һорауҙарына батыр егет ҡыҫҡа ғына яуап яҙа: “Ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе алдан борсорға теләмәнем. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда, мин башҡалар артына боҫоп ҡала алмайым. Урыным алғы һыҙыҡта!” Ысын ир-егет һүҙе был! Ныҡлы рухлы, илһөйәр ул үҫтергән Әғзәмовтар. Әле улар ҡыуаныслы мәл кисерә - һөйөклө улдары ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан.

Форсаттан файҙаланып, Әғзәмовтар ғаиләһенә, ғөмүмән, Рәсәй һәм Башҡортостан халҡына рухи ныҡлыҡ һәм именлек теләп ҡалаһы килә!

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: