Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
5 Февраль , 17:08

Ҡалабыҙ ҡыйыу кешеләре менән маҡтаулы

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе ир ике йыл элек контракт төҙөп, махсус хәрби операция үткәреү зонаһына юлланды. Былтыр декабрҙә уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды. “Татар” саҡырыулы яугир хәрби хәрәкәттәр ветераны, шуға ла уның тормош һәм хәрби тәжрибәһе етерлек.

Ҡалабыҙ ҡыйыу кешеләре менән маҡтаулы
Ҡалабыҙ ҡыйыу кешеләре менән маҡтаулы

- Ирем йыл ярым Чечняла хеҙмәт итте. Махсус хәрби операция башланғас, миңә шунда уҡ, ул йәш яугирҙар артында йәшеренеп ҡала алмаясағын әйтте һәм унда китер өсөн контракт төҙөнө. Ул хатта ирекле отрядтар ойошторолоуын да көтөп тормайынса, хәрби частҡа хеҙмәт итергә юлланды, - тип һөйләне уның ҡатыны. Беҙ яҡын кешебеҙҙең аңлы ҡарарын тыныс ҡабул иттек. Улыбыҙ хәрби булырға теләй, шуға күрә ул да, кадет класына уҡырға барырға йыйына.
Күптән түгел “Татар” саҡырыулы яҡташыбыҙ ялға яраланып ҡайтҡан. Шуға ла уның ҡатыны иренә өйҙә оҙағыраҡ тороп, бында дауаланырға, хәрби комиссия үтергә тәҡдим иткән. Ҡаһарман яҡташыбыҙ бындай тәҡдимдән баш тартып, яуҙаштары өсөн борсолоуын, егеттәр янына тиҙерәк барып, уларҙы алмаштырып, тыуған яҡтарына ялға ҡайтарырға кәрәклеген әйткән.
Бына шундай берҙәм, бер-береһен ҡайғыртҡан яуҙаштар араһында беҙҙең яҡташыбыҙҙың булыуы, әлбиттә ҡыуаныслы һәм маҡтаулы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: