Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
7 Февраль , 09:22

Эштәре файҙалы, уйҙары берҙәм

Шишмә район ағинәйҙәр ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ир-аттар окоп шәмдәре яһау менән шөғөлләнһә, ағинәйҙәр, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ойокбаш, бейәләй бәйләү менән мәшғүлдәр.

Эштәре файҙалы, уйҙары берҙәм
Эштәре файҙалы, уйҙары берҙәм

- Күҙ нурҙарыбыҙҙы түгеп, күңел йылыһын ҡушып бәйләм бәйләйбеҙ. Һалҡын көндәрҙә яугирҙәребеҙ өй йылыһын тойоп, тыуған яҡтарын иҫкә төшөрөп, кейеп ҡыуаныс кисерһендәр ҙә, иҫән-һау еңеү менән ҡайтһындар ине тип теләй-теләй кис ултырабыҙ, - ти Ябалаҡлынан Рәзилә Миңлейәрова.

- Беҙ бәйләгән бейәләйҙәрҙе кейгән алғы һыҙыҡтағы һалдаттарыбыҙ беҙгә, рәхмәт сәләмдәре менән фотоһүрәт ебәрҙе, - тип һүҙгә ҡушыла Шөңгәккүл ауылынан Разия Насырова.

-Бөйөк Ватан һуғышы осоронда өләсәй-инәйҙәребеҙ ҙә кистәрен лампа яҡтыһында һалдаттарға бейәләй бәйләгән. Беҙҙең быуынға ла бындай яуаплы өлөш тейеүен күҙ уңында тотоп, борондан ҡалған был йоланы оноторға ярамай. Илебеҙгә тыныслыҡ, һәр ғаиләгә бәхет, ҡыуаныс килһен, бар теләгәнебеҙ шул, - тип һүҙгә ҡушыла Лена Сәлимова.

Кистәрен улар бәйләм бәйләргә йыйылһа, ә көндөҙҙәрен бер-береһенә ярҙамлашып көн күрә ауыл халҡы. Ҡаҙ, һуғым өмәләре гөрләп үтте, китек күңелгә, бер байрам булды. Олораҡтарға ҡар көрәшеп, хәл белешеп, сәйгә йөрөшөү ҙә бер матур күренешкә әйләнде. Саңғыла, скандинав йөрөшөндә әүҙем ағинәйҙәр районда барған сараларҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба. «Миңлебикә» төркөмө Өфөгә барып, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында спектакль ҡарап ҡайтты.

Башлаған изге эштәрегеҙҙе үҙ ваҡытында тамамлап, гел шулай берҙәмлектә йәшәү насип булһын!  

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: