Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Томат” ҡушаматлы яугир менән осрашты. Ул тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускҡа ҡайтҡан. Яугир етәксе менән осрашыуға яңғыҙ түгел, ә кәләше менән килде. Һалдат махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан мәлдә кәләш алған.
Вилдан Венер улы йәштәрҙе оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән ихлас ҡотланы. Араларында бер нисә мең саҡрымдар ятһа ла, йәштәр яңы ғаилә ҡорорға, мөхәббәттәренә тоғро ҡалырға әҙер. Уларға бәхет һәм кейәүҙең тиҙ арала өйгә ҡайтыуын теләп, хакимиәт башлығы яугирға хәрбиҙәргә алғы һыҙыҡта бик кәрәкле тепловизор тапшырҙы.
Махсус хәрби операцияла булған яҡташ егеттәргә бәхет юлдаш булһын. Улар әсәләре, ҡатындары һәм һөйгәндәре янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!