Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Февраль , 09:22

Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә

Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылында баҫалҡы, тырыш, ҡул эшенә оҫта Гүзәл Иштәкбаева йәшәй. Бала саҡтан бәйләм бәйләү менән мауыҡҡан Гүзәлдең ҡул эштәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ауылдаштары ғына түгел, башҡа яҡтарҙа йәшәүселәр ҙә уның ҡул эштәре хаҡында ишетеп белә.

Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә
Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә

Гүзәл ысынбарлыҡта әүҙем тормош позицияһы булған изге күңелле кеше. Уның эштәрен ауыл мәҙәниәт йортоноң төрлө күргәҙмәләрендә осратырға мөмкин. Шулай уҡ был ижади ҡарашлы ҡыҙ республика, төбәк-ара, район конкурстарында һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша. Биш йәшендә ырғаҡ энә менән ҡурсаҡтар өсөн шарфтар бәйләй алған ҡыҙға, артабан селтәр ырғағы ла буйһонған.
Уның оҫта ҡулдары аша үткән әйберҙәрҙең барыһын да һанап бөткөһөҙ - ул өҫ кейемдәре, селтәрле салфеткалар, ашъяулыҡтар... Уның эштәре популярлыҡ менән файҙалана, иғтибарҙы үҙенсәлекле һәм ғәҙәти булмауы менән йәлеп итә.
“Йөн йомғаҡтарын ҡулыма алыу менән башымда бер-бер артлы төрлө уй-хыял тыуа башлай. Уларҙы тиҙерәк тормошҡа ашырырға, ә иң мөһиме - хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күрергә ашығам. Ул эштәргә байтаҡ ваҡыт һәм көс сарыф ителһә лә, үҙ ҡулдарың менән эшләгән матурлыҡ яҡындарыңды ҡыуандырып ҡына ҡалмай, яңылыҡҡа илһамландыра”, - ти матурлыҡҡа ғашиҡ Гүзәл.
Гүзәл был мауығыуынан тыш, яҡындары өсөн төрләндереп тәмле аш-һыу бешерергә лә бик әүәҫ. Ата-әсәһе менән бер ҙә иренмәй, Өфөгә спектакль-концерттарға ла йөрөргә ваҡыт таба ул. Ҡыҙҙың яратҡан артистары, сәхнә әһелдәре бар. Күңеленә яҡын, фекерҙәш булған кешеләр менән дә аралашырға өлгөрә ул. Яратҡан авторҙары – Олег Рой һәм Ринат Вәлиуллиндың китаптарын кинәнеп уҡып, уларҙың әҫәрҙәренән үҙенә фәһем ала.
Донъяға ғашиҡ Гүзәл Иштәкбаева үҙенә лә, кешеләргә лә тик шатлыҡ өләшә, матурлыҡты тойоп, уға һоҡланып йәшәй белә.

Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә
Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә
Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә
Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә
Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә
Гүзәл Иштәкбаева кешеләргә шатлыҡ өләшә
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: