Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Февраль , 21:07

Хәтер – мәңгелек!

Благовещенда йәшәүсе, хәрби хәрәкәттәр ветераны Әлфәрит Сәлимгәрәев 1981-1983 йылдарҙағы ваҡиғалар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Хәрби хеҙмәткә алынған 18 йәшлек егетте Афғанстанға ебәрәләр.

Хәтер – мәңгелек!
Хәтер – мәңгелек!

Әлфәрит Әсләм улы Асҡын районында тыуған. Әлбиттә, хәрби хеҙмәттә уға нимә тура киләсәген белмәһә лә, күп нәмәгә төшөнә ул. Уның бер туған ағаһы Әсғәт тә 1979-1981 йылдарҙа Афғанда хеҙмәт иткән бит.
«Мин Ғәзни провинцияһында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Ике йыл эсендә нимә генә булманы: күпме тир, ҡан, күҙ йәштәре түгелеп, тирә-йүнде иҫ китмәле көсөргәнеш, үлемесле ҡурҡыныс биләп алғайны... Йыш ҡына тейешле күләмдә һыу булманы, йәйгеһен сыҙай алмаҫлыҡ эҫелек, ҡомло, көслө ел һанаулы секундтар эсендә күҙҙәргә, танауға тулып, тын алырға ҡамасаулай ине... Йәнә көн һайын атыу, - тип хәтерләй Әлфәрит Әсләм улы. – Һин рядовоймы әллә офицермы, танкистмы әллә пулеметсымы, бер кемдең дә үлгеһе килмәне. Унда, Афғанстанда, беҙ тормоштоң әһәмиәтен һәм ҡәҙерен аңланыҡ. Тоғролоҡ, ысын дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ғаилә ҡиммәттәре беҙгә бик мөһим ине. Һәр ваҡыт үҙ балаларымды ысын кеше булырға өйрәтәм, шуға ла улар ихлас, изге күңелле һәм ғәҙел».
Әлфәрит Сәлимгәрәев тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтҡан. Хәҙер ул бәхетле ғаилә башлығы, балаларының яратҡан атаһы һәм ейәндәренең хәстәрлекле олатаһы. Күп йылдар арматура заводында стропальщик булып эшләгән ир уҙаманы, балыҡ тотоу менән ихлас мауыға.
Йыл һайын 15 февралдә Әлфәрит Сәлимгәрәев, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар кеүек үк, Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу өсөн яугир-интернационалистарға ҡуйылған һәйкәлгә килә.
Бына бөгөн дә бында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары, мәктәп уҡыусылары, район, ҡала хакимиәттәре вәкилдәре йыйылды. Һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, һәйкәлгә тере сәскә һалды улар.
«Әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә мөрәжәғәт иткем килә. Дуҫтарҙы юғалтыу ҙа бик аяныслы, үҙ ғүмеребеҙ өсөн дә ҡурҡыныс. Шуны онотмағыҙ, һеҙҙең артығыҙҙа тотош Рәсәй иле, күҙ нурҡайҙарығыҙ - балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ, ата-әсәләрегеҙ тора. Беҙ һеҙгә, һеҙ яулаясаҡ Еңеүгә ышанабыҙ»,- тине Әлфәрит Сәлимгәрәев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, теүәл 35 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстандан сыға. Ул һуғышта илебеҙ 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын юғалтты.

Автор:
Читайте нас: