Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
27 Февраль , 10:58

Уларҙа Ватанды һаҡлау теләге көслө

Иренең хеҙмәте тураһында уның ҡатыны һөйләне

Уларҙа Ватанды һаҡлау теләге көслө
Уларҙа Ватанды һаҡлау теләге көслө

2022 йылдың авгусында Благовещенда йәшәгән Рәдиф махсус хәрби операцияға барырға хәл иткән. Ул элек хеҙмәт иткән хәрби часта контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юлланған. Унда үҙе өсөн «Татар» саҡырыуын алған. Ғаиләһе, ата-әсәһе, дуҫтары ирҙең был ҡарары менән ғорурлана һәм уның маҡтауға лайыҡ ҡылығын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә. Күптән түгел беҙ уның ҡатыны менән осраштыҡ, ул иренең хеҙмәте тураһында һөйләне.
Хәрби ҡатыны булырға хыяллана
“Татар” райондың Ҡарағайкүл ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан уҡ ул ата-бабаларының хәрби батырлыҡтары тураһындағы хикәйәләрҙән илһам алып, һәр ир-ат өсөн армияла хеҙмәт итеүҙең мөһимлеген аңлап буй еткерә. Шуға күрә хеҙмәт итеү ваҡыты еткәс, унан бер ҙә ҡасырға теләмәй. Уның хеҙмәт итеү йылдарына Чечен кампанияһы тура килә. Ул ваҡытта булған ваҡиғаларҙы ул иҫкә төшөрөргә яратмай. "Чечняла ул туғыҙ ай хеҙмәт итте. Ил алдындағы бурысын теүәл үтәне, - тип уртаҡлаша уның ҡатыны.
Хеҙмәт иткәндән һуң, “Татар” өйөнә ҡайта. Ҡала предприятиеларының береһенә һаҡсы булып эшкә урынлаша. Тиҙҙән ул Наталья исемле ҡыҙ менән таныша. Йәш ир һөйгәненә контракт төҙөргә һәм артабан армияла хеҙмәт итергә теләүе тураһында һөйләй. Ҡыҙ уға был мөһим эштәрҙә ярҙам итә, өҫтәүенә ул һәр ваҡыт хәрби ҡатыны булырға теләүен таный. Контракт хеҙмәтенең ваҡыты һиҙҙермәй генә үтә. Йәштәргә никах уҡыйҙар һәм улар Түбәнге Новгород өлкәһенә йәшәргә күсеп китәләр. Унда 2008 йылдың 8 авгусында туй үткәрәләр. Уларҙың ҡыҙы донъяға килә. Әммә мәҡәлдә: "Тыуған илде, ата-әсә кеүек үк, сит илдә таба алмайһың", - тип әйтелеүе юҡҡа түгел. Сит яҡтарҙа ғаилә төпләнә алмай, улар тыуған Башҡортостанына тартыла. Шуға күрә йәштәр Натальяның ата-әсәһе йәшәгән Мишкә районына ҡайтырға ҡарар итә.
“Иремә мине һәр ваҡыт бәхетле итергә тырышыуы өсөн рәхмәтлемен. 17 йыл дауамында уның ышаныслы яурыны артында йәшәйем", - тип һөйләй ҡатын. - Матур датала туй үткәрергә теләнем, теләгем мотлаҡ тормошҡа ашты. Бәләкәй ҡыҙыбыҙға ата-әсәһенең генә түгел, ә олатай-өләсәйҙәренең дә тәрбиәһе кәрәк тип ул беҙҙе республикабыҙға күсереп алып ҡайтты. Балаларға бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын, үҙ торлағыбыҙ булһын өсөн, ул тынғыһыҙ эшләне.
Махсус хәрби операция
“Татар” саҡырыулы ир шунда уҡ, йәш яугирҙар артында йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлап, махсус хәрби операцияға китер өсөн контракт төҙөнө. Яугир хәрби хәрәкәттәр ветераны, шуға ла уның тормош һәм хәрби тәжрибәһе етерлек. Ул хатта ирекле отрядтар ойошторолоуын да көтөп тормайынса, хәрби частҡа хеҙмәт итергә юлланды. Беҙ яҡын кешебеҙҙең аңлы ҡарарын тыныс ҡабул иттек. Ир Благовещендың тотороҡло сәнәғәт предприятиеларының береһендә эшләне. Уның эш хаҡы ғаиләгә етерлек кимәлдә була. Шуға күрә уны финанс мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырмай, тик Ватанды һаҡлау теләге генә йөрөтә.
Август аҙағында өйгә ҡайтып, контракт төҙөргә барасағын әйтә, ә сентябрҙә ул инде алғы һыҙыҡта була. Ғаилә ағзалары тарафынан уның теләге тыныс ҡабул ителә. Сөнки был өлкән ир-аттың аңлы ҡарары була. Октябрь аҙағында ҡатынына шылтыратып, ниндәйҙер ҡалаға юлланыуҙарын әйтә. Хәтеремдә, был йома булды. Шәмбелә бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Дүшәмбе иртән шылтыратыу ишетелә. Ғәҙәттә, таныш булмаған номерҙарға яуап бирмәйем, ә бында ҡулдарым үҙенән-үҙе телефонға һуҙылды. "Был һеҙҙең ирегеҙҙең командиры. Борсолмағыҙ, ул аяғын һындырҙы, шуға күрә Белгородҡа госпиталгә ебәрелде, - тигән һүҙҙәр яңғыраны сымдың икенсе осонда. Аяғын нисек һындырған? Ниңә үҙе шылтыратманы? Был һорауҙар миңә бер ҙә тынғылыҡ бирмәне. Шылтыратыу көтһәм дә, ирем бәйләнешкә сыҡманы, - тип хәтерләй Наталья. Һуңынан ғына улар булған блиндажға снаряд эләгеүен, уның аяғы сарпылыуын белә. Ирем шылтыратып, уны Мәскәүгә госпиталгә күсереүҙәрен әйткәс, мин шул уҡ көндө баш ҡалала булдым. Һөйгәнемдең тере булғаны өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтемде әйттем.
Күптән түгел “Татар” саҡырыулы яҡташыбыҙ ялға яраланып ҡайтҡан. Шуға ла уның ҡатыны иренә өйҙә оҙағыраҡ тороп, бында дауаланырға, хәрби комиссия үтергә тәҡдим иткән. Ҡаһарман яҡташыбыҙ бындай тәҡдимдән баш тартып, яуҙаштары өсөн борсолоуын, егеттәр янына тиҙерәк барып, уларҙы алмаштырып, тыуған яҡтарына ялға ҡайтарырға кәрәклеген әйткән. Бына шундай берҙәм, бер-береһен ҡайғыртҡан яуҙаштар араһында беҙҙең яҡташыбыҙҙың булыуы, әлбиттә ҡыуаныслы һәм маҡтаулы.
Ҡатын иренең тормошҡа ышаныслы ҡарашын үҙендә лә таный. Иң яҡшыға ышаныу менән һөйгәненең ҡайтыуын көтөү күпкә еңелерәк.
"Балаларыбыҙ граната шартлауының нимә икәнен белмәһен, пулялар һыҙғырыуын ишетмәһен. Көткәндәргә көс һәм сабырлыҡ теләйем. Ирҙәребеҙ, улдарыбыҙ, атайҙарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ өйҙәренә ҡайтһын! Ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ Еңеү яулаған. Хәҙер беҙҙең быуын ир-егеттәренең сираты етте. Улар менән ғорурланам, - ти Наталья.
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән атай менән уның ҡыҙы ғына түгел, 11 йәшлек улы ла ғорурлана. Уның улы ла хәрби булырға теләй, шуға күрә кадет класына уҡырға барырға йыйына.
"Ғаилә менән әүҙем ял яратабыҙ. Атайыбыҙ өйгә ҡайтҡас, мотлаҡ беҙҙең күп һанлы туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ мул табын артына йыйыласаҡ", - тип уртаҡлаша ҡатын.
Наталья ире тураһында һөйләгәндә, күңелендә булған бөтә хистәрен белдерергә, йөрәгенән урғылып сыҡҡан мөхәббәттен күрһәтергә тырыша. Был уның күҙҙәрендә янған «ут» тан уҡ аңлашылып тора.

Читайте нас: