Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
29 Февраль , 10:47

Кеше ғүмере һәм мөлкәте һағында

Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Һалдыбаштамаҡ ауылында көслө янғын сыға. Тәүгеләрҙән булып ҡеүәтле “Урал” маркалы махсус ут һүндереү машинаһында Рәил Риф улы Кашапов килеп етә. Төп көстәр килеп еткәнсе, ул ут ялҡынының башҡа йорт - ҡураларға таралмауын тәьмин итә һәм күптәрҙең мөлкәтен һаҡлап алып ҡала.

Кеше ғүмере һәм мөлкәте һағында
Кеше ғүмере һәм мөлкәте һағында

Яңы йыл алдынан Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Һалдыбаштамаҡ ауылында көслө янғын сыға. Тәүгеләрҙән булып ҡеүәтле “Урал” маркалы махсус ут һүндереү машинаһында Рәил Риф улы Кашапов килеп етә. Төп көстәр килеп еткәнсе, ул ут ялҡынының башҡа йорт - ҡураларға таралмауын тәьмин итә һәм күптәрҙең мөлкәтен һаҡлап алып ҡала.

Рәил Риф улы тыумышы менән Яңы Күл ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһы сафтарында үҙ бурысын үтәй. Ҡайтыу менән ул колхоз эштәренә сума. 1996 йылдан алып, бына инде 28 йыл, янғын һүндереүсе булып эшләй. Рәил Риф улының  һәр көнө бер төрлөрәк башлана: таң менән мал-тыуарын ҡарап, башҡа йорт-ҡура мәшәҡәттәрен тәртипкә килтерә лә эш урынына ашыға. Йылы гараждың булмауы өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра: сатлама һыуыҡтарҙа цистерналағы һыу туңмаһын өсөн, тәүлек әйләнәһенә мейес яғырға тура килә, утын хәстәрләү ҙә уның бурысы. Биләмәнең янғын һүндереү машинаһы һәр саҡ төҙөк һәм, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, юлға сығырға әҙер.

- Эштә ярҙам кәрәк булғас, тәүҙә һәр саҡ оло улым Азатты үҙем менән йөрөттөм. Хәҙер ул Өфөлә йәшәй. Әлегә кесе улым Рамаҙан ярҙам итә. Ул да быйыл мәктәпте тамамлай. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы ауыл халҡы быйыл янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы гараж төҙөү тураһында тауыш бирҙе. Ошо ниәт тормошҡа ашһа, эш аҙыраҡ еңеләйер ине, - тип һөйләй әңгәмәсем.

Янғын һүндереүселәрҙең раҫланған нормативтары бар. Ҡотҡарыусынан физик таҙалыҡ, ҡурҡыныс янағанда юғалып ҡалмау, уй-фекер етеҙлеге талап ителә.

Рәил Риф улының ауылдаштары һәм хеҙмәттәштәре алдында абруйы ҙур.  Өфө ҡалаһында урынлашҡан 22-се һанлы янғын һүндереүселәр отряды етәкселеге даими рәүештә уның эшен ыңғай баһалап, билдәләп тора. Күптән түгел Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе генерал-майор Марат Рәйес улы Латыпов уға маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.

Кашапов Рәил Риф улының исеме алдынғылар рәтендә.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: