Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
3 Март , 18:35

Башҡортостан контрактсыһы яраланғандан һуң да сафҡа кире ҡайтырға ниәтләй

Благовещен хәрби хеҙмәткәре, ғаиләһе тыныс күктә йәшәһен өсөн, еңеү аҙағына тиклем торорға әҙер

Башҡортостан контрактсыһы яраланғандан һуң да сафҡа кире ҡайтырға ниәтләй
Башҡортостан контрактсыһы яраланғандан һуң да сафҡа кире ҡайтырға ниәтләй

Благовещен ҡалаһында йәшәгән 55 йәшлек ир махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китә. Хәрби яраштырыуҙа йәш егеттәр уға ихтирам менән ҡарай, шулай итеп, ул унда «Бабай» саҡырыулы булып ҡала.
- Туғандарыбыҙ йәшәгән ерҙәге хәлдәрҙе белгәс, ситтә ҡала алманым. Әсәйем, улым, ҡатыным, шулай уҡ бөтә Башҡортостан халҡын яҡлау өсөн махсус хәрби операцияға киттем. 2023 йылдың июненән алғы һыҙыҡта булдым, әммә күптән түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты яраландым. Шуға ҡарамаҫтан, хәрби кәйефем шәп, мин унда еңеүгә тиклем торорға әҙер, шуға күрә иптәштәрем эргәһенә кире ҡайтырға өмөтләнәм. Әлегә Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталдә дауаланам, - тип һөйләне яҡташыбыҙ.
Хәрби сығыштарҙың береһендә “Бабай” контузия ала, уның ҡулына һәм башына бер нисә ярсыҡ эләгә һәм ул яралана.
Февраль башында штурм ваҡытында ҡулына ярсыҡ эләгеп, яраланһа ла, ул дауаханаға ятыуҙан баш тарта, артабан да иптәштәренә ярҙам кәрәклеген яҡшы аңлай.
-Бер нисә көндән һуң беҙҙең взвод алдына икенсе хәрби бурыс ҡуйыла. Беҙ уны оло яуаплылыҡ менән үтәнек. Тап ошонда күп кенә ярсыҡтар һәм пуля яралары алдым. Аллаға шөкөр, мин тере", - тип һөйләне “Бабай”.
Хәрби хеҙмәткәр Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән төҙөгән контрактты өҙөргә йыйынмай. Әгәр хәрби медицина комиссияһы уны хеҙмәткә яраҡлы тип тапһа, шунда уҡ яуҙаштары янына, кире сафҡа кире ҡайтырға ниәтләй.
-Әгәр мин ҡурҡып ҡалып, алғы һыҙыҡтағы дуҫтарыма хыянат итһәм, үҙемде хөрмәт итеүҙән туҡтайым. Мин ниндәй ир, әгәр ғаиләм, ерем өсөн көрәшә алмаһам, - ти “Бабай”. - Беҙҙең ишеккә бәлә килеүен теләмәйем. Миңә ата-әсәйемдең ҡартайған көнөндә тыныс күңел менән йәшәүенә, балаларҙың мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөүенә, ата-әсәләрҙең уларҙы унда тыныс ҡына оҙатыуына һәм бөтә ғаиләнең кискеһен өйҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтыуына ышаныуы мөһим. Йәштәр ғаиләләр төҙөһөн, ә өлкәндәр балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланһын. Ҡалала бер кемдең дә снарядтың сираттағы килеүенән ҡурҡмауын теләйем. Беҙ, Рәсәй халҡы, тыныслыҡ яҡлыбыҙ, эйе, әлеге ваҡытта бының өсөн ҡулдарға ҡорал алырға тура килә. Бөгөн тыныс халыҡты яҡлаусылар, уға ярҙам итеүселәр кәрәк. Ҡалабыҙҙа, республикабыҙҙа һәм илебеҙҙә йәшәүселәрҙе ярҙам кәрәклеген аңларға саҡырам, һәм ул ярҙам бер ҡасан да күп булмаясаҡ.
“Бабай”ҙың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: