Йәйғор
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
3 Март , 11:55

Патриотик тәрбиәгә нигеҙләнеп

Популяр блогер, хәрби журналист Ильяс Батыргәрәев «Герой булып тыумайҙар» патриотик сәғәте сиктәрендә махсус хәрби операция үткәреү зонаһындағы командировкалары хаҡында һөйләне. Благовещен урта махсус уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары һәм ҡала халҡы уның тыңлаусылары рәтен тулыландырҙы.

Патриотик тәрбиәгә нигеҙләнеп
Патриотик тәрбиәгә нигеҙләнеп

Ильяс әйтеүенсә, ул алғы һыҙыҡта үҙ бурысын батырҙарса үтәгән Башҡортостан хәрбиҙәренең көнкүрешен күрһәтеү өсөн шунда барған. Быға тиклем мин туғандаш халыҡтың нисек ғазапланыуын аңламаған булғаным икән. Унда тормош 80-се йылдарҙа туҡтаған кеүек, - ти Ильяс. - Беҙҙең батыр йөрәкле һалдаттарыбыҙ һәм офицерҙарыбыҙ ярҙамында беҙ һеҙҙең менән паркта тыныс ҡына йөрөп, кино ла кереп ҡарай алабыҙ... Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ, беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн яугирҙар көн һайын үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең дуҫтарым һәм туғандарым араһында ла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар бар. Мәҫәлән, Благовещен егете Альберт Бакиров. Беҙ уның менән яҡшы аралаштыҡ, ҡасан мөрәжәғәт итһәң дә, ул гел ярҙам итте, сервиста машинамды йүнәтә ине...».
Ильяс үҙенең роликтарын ябай телефонға төшөрә, уларҙы блиндаждарҙа монтажлай. Ҡайһы берҙә материалдарҙы яҙыу өсөн төшөрөү урынына хәрби шарттарҙа барып етергә тура килә. Әммә репортерҙар мөмкин тиклем хәүефһеҙ территорияларҙа була.
Күпте күрергә тура килә, ә борсоулы яңылыҡтар ҡайһы берҙә көтөлмәгәндә килеп сыға, мәҫәлән, яңы ғына видеоға төшөрөлгән, дуҫлашып өлгөргән хәрбиҙең һәләк булыуы аяныслы яңылыҡ булды.
"Миңә Андрей Мигунов менән танышыу бәхете тейҙе. Яугирҙар уға “Батя” тип өндәшә ине, - тип һөйләне Ильяс. - Уҙған йылдың майында ул үҙ теләге менән махсус операцияға китте һәм Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө. Андрей унда «Башҡортостан» полкы составында танк батальоны командиры вазифаһын үтәне. 28 ноябрҙә офицер шәхсән бронетөркөмдө етәкләй һәм позицияларҙың өҙөлөүенә юл ҡуймаҫҡа тырыша. Андрей Мигуновтың уның өсөн һуңғыһы булған алышта ҡатнашмауы ла мөмкин була. Әммә ул үҙе ҡарар ҡабул итә, башҡорт полкы баҫып алған сиктәрҙе танк менән ҡаплай һәм дошманға позицияларҙы биләргә мөмкинлек бирмәй. Ул хәрби бурысын, ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем батырҙарса үтәй. Андрей Мигуновҡа үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Указы менән Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Ильяс Батыргәрәев башҡорт батальондарының рухи остаздары Хәмзә хәҙрәткә һәм Отец Викторға айырыуса иғтибар бүлә. Хәрби хеҙмәткәрҙәр менән осрашыу ваҡытында улар икеһе лә, яугирҙарға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, аралаша һәм кәңәш бирә.
"Дин әһелдәре һалдаттарҙың хәрби рухын һаҡлай", - тине хәрби журналист. Осрашыу ваҡыттарында Хәмзә хәҙрәт яугирҙарға, гармунға ҡушылып йырҙар йырлаһа, ә Отец Виктор гитарала үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡара.
Патриотик сәғәттә ҡатнашыусыларға Ильяс Батыргәрәев батыр ирҙәр тураһында ғына түгел, ә көслө ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, күсмә модулдәрҙә, яугирҙарға ярҙам күрһәткән теш табиптарының эшенә лә туҡталды. "Көсөн һәм ваҡытын йәлләмәйенсә, яугирҙарыбыҙға маскировка селтәрҙәре бәйләгән, окоп шәмдәре яһаған кешеләргә рәхмәтлемен, - тип билдәләне Ильяс. - Үҙ күҙҙәрем менән гуманитар ярҙамды бүлеү үҙәген күрҙем, унда ирекле батальондар өсөн тәғәйенләнгән бөтә ярҙам килтерелә. Ул бик ҙур бинала урынлашҡан. Шунан алынған ярҙамды хәрбиҙәр дислокация урындарына алып бара.
Осрашыу аҙағында Ильяс Батыргәрәев билдәләүенсә, яугирҙарға беҙҙең тел һәм ҡул ярҙамы бөтә наградаларҙан да мөһимерәк.
"Үҫеп килгән быуын өсөн геройҙарҙың батырлығы һәм махсус хәрби операция яугирҙарының фиҙакәрлеге тураһында хәтерҙе һаҡларға кәрәк. Уларҙың батырлығы беҙҙең йөрәк түрендә йәшәргә тейеш. Шуға күрә беҙ был хаҡта гел һөйләйәсәкбеҙ һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләйәсәкбеҙ", - тип тамамланы Ильяс.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: