Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
13 Март , 15:44

Яҡташтары һәм яҡындарының хәстәрлеге көс бирә

Хәрби хеҙмәткәр үҙе һәм башҡа яугирҙар исеменән тылда ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерә

Яҡташтары һәм яҡындарының хәстәрлеге көс бирә
Яҡташтары һәм яҡындарының хәстәрлеге көс бирә

2022 йылдың сентябрендә, өлөшләтә мобилизация үткәндә, “Сокол” саҡырыулы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға китә. Күптән түгел ул ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла ял итеп, ә бөгөн инде хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланды.

Ваҡытлы хеҙмәтте кесе сержант Алыҫ Көнсығышта инженер-сапер батальонында өлкән уҡсы вазифаһында үткән. Мобилизацияға тиклем ул төҙөүсе булып эшләгән.


Сокол һөйләүенсә, офицерҙары бик яҡшы, һәм улар яуҙаштары менән татыу йәшәй. Уларҙың бурысы - территориаль оборона, тимәк, дошмандың, диверсия төркөмөнөң үтеп инеүен булдырмау төп маҡсат булып тора.
Көнкүрешебеҙҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән ойошторабыҙ, окоптар, блиндаждар ҡаҙып, үҙебеҙҙе утҡа тотоуҙан һаҡлайбыҙ. Янымда бер-береһен ауыр ваҡытта ташлап китмәгән, ә кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырҙай батыр йөрәкле ир-егеттәр. Бындай шарттарҙа һәр ваҡыт бергә, бер - береңә таянып йәшәргә кәрәк», - ти ир.


Хәрби хеҙмәткәр үҙе һәм башҡа яугирҙар исеменән тылда ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерә. “Минең тыуған ҡалам - Благовещен ҡалаһы миңә һәм яҡташтарыма даими ярҙам итә. Гуманитар ярҙам бик кәрәкле ваҡытта беҙгә килеп етә. Балаларҙың хаттарын уҡығанда, яҡындарыбыҙҙың күңел йылыһын тоябыҙ”, - тип уртаҡлаша ир.


“Сокол”дың отпускыһы тамамланып, ул махсус хәрби операция зонаһына үҙенең хәрби иптәштәре эргәһенә китте. Әммә ул бында, ғәзиз тыуған төйәгендә, уны яҡындары: ата-әсәһе, ҡатыны һәм ике яратҡан ҡыҙҙары көтөүен яҡшы белә, уларҙың хәстәрлеген, һөйөүен тоя.Бына былар барыһы ла уға йәшәргә көс, эшләргә дәрт бирә.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: