Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
16 Март , 19:59

Нуриман районының Красная Горка мәктәбе уҡытыусылары гражданлыҡ бурысын үтәне

Уҡытыусылар - һайлауҙа тауыш биреү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышыусы һөнәр эйәләре категорияһына инә. Сөнки улар үҙ уҡыусылары өсөн өлгө булып тора. Рәсәй президентын һайлауҙа тәүгеләрҙән булып 2753 - сө һайлау участкаһында уҡытыусы Рәмилә Ғилванова һәм Эльвира Ғәлиуллина тауыш бирҙе.

Нуриман районының Красная Горка мәктәбе уҡытыусылары гражданлыҡ бурысын үтәне
Нуриман районының Красная Горка мәктәбе уҡытыусылары гражданлыҡ бурысын үтәне

- Өс көн тауыш биреү халыҡ өсөн уңайлы. Кеше ҡайһы көндә участкаға барып һайлау мөмкинлеген хәл итә ала. Беҙ гражданлыҡ позициябыҙҙы белдереп, беренселәрҙән булып тауыш бирҙек. Йәш быуынды тәрбиәләүгә күп көс түккән уҡытыусылар булараҡ, беҙ илебеҙҙең киләсәгенә, балаларыбыҙҙың лайыҡлы белем алыуына, сифатлы медицина хеҙмәтләндереүенә, йәшәү шарттарының сифатлы булыуына битараф ҡала алмайбыҙ. Тимәк, илебеҙ һәм төбәгебеҙ кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға йоғонто яһап, үҫеп килгән быуынға, уҡытыусыларға, ғөмүмән, халыҡҡа лайыҡлы өлгө күрһәтергә тейешбеҙ,- ти улар.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: