Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
17 Март , 18:16

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәйҙең киләсәге өсөн һайлауға килде

Махсус хәрби операция башланғас та, “Литва” үҙенең һайлауын яһаған. Ул генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны сафына ингән

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәйҙең киләсәге өсөн  һайлауға килде
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәйҙең киләсәге өсөн һайлауға килде

«Литва» саҡырыулы Благовещен кешеһе бөгөн ҡатыны Людмила менән бергә Благовещен ҡалаһының 1-се гимназияһында урынлашҡан 1484-се һайлау участкаһында булды. Ирле-ҡатынлы һөйләүенсә, улар көслө, ирекле Рәсәй өсөн тауыш биргән.
"Һәр кеше көслө илдә йәшәргә һәм ул үҙенең иртәгәһе өсөн ышаныслы булырға теләй. Мин ҡыҙҙарымдың һәм ейәнсәремдең һәр иртә тыныс илдә уяныуын теләйем. Ә бының өсөн Рәсәйгә көслө лидер кәрәк, - тип аңлатты үҙенең һайлауын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир. - Ҡеүәтле дәүләтебеҙ өсөн ҡатмарлы, даими үҙгәреүсән сәйәси шарттарҙа берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алған лидер кәрәк. Үҙ ихтыяры менән күп милләтле халҡыбыҙҙы берҙәм монолитҡа берләштерергә һәм уны еңеүгә алып барырға һәләтле лидер”.
Махсус хәрби операция башланғас та, “Литва” үҙенең һайлауын яһаған. Ул генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны сафына ингән. Әлеге ваҡытта ул тыуған ҡалаһына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: