Йәйғор
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
22 Март , 14:32

Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл ханым

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Шишмә бүлексәһе рәйесе Эльза Янбаева йәмғиәтебеҙҙең ысын лидеры

Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл ханым
Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл ханым

өтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Шишмә бүлексәһе рәйесе Эльза Янбаева йәмғиәтебеҙҙең ысын лидеры. Эльза Миңлеҡәниф ҡыҙын шишмәләр асыҡ күңелле, аралашыусан кеше, яҡшы ойоштороусы һәм яуаплы етәксе итеп белә. Тап ошондай күркәм сифаттары өсөн ул хеҙмәттәштәре, тәрбиәләнеүселәре араһында ла оло ихтирам һәм абруй менән файҙалана.
Команда һәм шәхси иҫәптә коляскала фехтование буйынса спорт мастеры, күп тапҡыр Рәсәй кубоктары чемпионы һәм ил чемпионаттары призеры булған Эльза Янбаева үҙе етәкләгән йәмғиәтте үҫтереү өсөн күп файҙалы эштәр башҡара. Йәмғиәт яулаған Президент гранттары тренажер залын йыһазландырырға һәм туристик ҡорамалдар һатып алырға оло мөмкинлек бирҙе. Хәҙер йәмғиәт ағзалары физик культура менән даими шөғөлләнә, туристик слеттарға теләп йөрөй һәм тәбиғәт ҡосағында кинәнеп ял итә.
Бынан тыш, Эльза Янбаева 10 йыл элек Сочи ҡалаһында үткән 2014 йылғы паралимпия уйындарында факел йөрөтөүселәр иҫәбендә була алыуы менән хаҡлы ғорурлана. Спорттан тыш, Эльза Миңлеҡәниф ҡыҙы үҙен хисле шағирә итеп тә танытҡан. Был ҡыйыу ҡатын машина менән дә бик яҡшы идара итә, был уға бойондороҡһоҙ һәм ирекле ханым булырға мөмкинлек бирә.
Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл ханымға артабан да уңыштар, иң мөһиме, һаулыҡ, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйек!
Мәғлүмәт һәм фотоһүрәт Бәйләнештә селтәренән Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Шишмә бүлексәһе битенән алынды.

Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл ханым
Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл ханым
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: