Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
5 Апрель , 13:52

Үктәй егете - сапер

– Сапер бер тапҡыр ғына яңылыша, бәләкәй генә хата ла ғүмереңә зыян килтереүе ихтимал, – ти яугир. – Шуға күрә ул бик иғтибарлы, сабыр, тыныс,  үҙ-үҙен тота белгән кеше.

Үктәй егете - сапер
Үктәй егете - сапер

2022 йылдың сентябрендә «Шаг» саҡырыулы яугир хәрби комиссариаттан саҡырыу ала һәм беренселәрҙән булып махсус хәрби операцияға киткән. Инде ике йылдан ашыу һуғыш яланында булған яҡташыбыҙ Ҡазанда хәрби ярашыу үткәндә сапер һөнәрен үҙләштергән.

Үктәй ауылында тыуған егеттең бала сағы һәм йәшлеге ғәзиз ерендә үтә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Өфө ҡалаһының 13-сө училищеһына уҡырға инә, балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә. Ваҡыт еткәс, армияға китә, ике йыл ракета ғәскәрҙәрендә механик-йөрөтөүсе булып хеҙмәт итә.

Демобилизацияланғандан һуң, егет төҙөлөштә эшләй. Ташсы һөнәренә өйрәнеп, торлаҡ йорттар төҙөй. Хәрби хеҙмәткәр өйләнгән, ҡатыны менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Улдарының да тыуған илдең ысын патриоттары булып үҫәсәгенә ышанған яугир әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ Луганск өлкәһендә инженер-сапер ротаһында хеҙмәт итә.

– Сапер бер тапҡыр ғына яңылыша, бәләкәй генә хата ла ғүмереңә зыян килтереүе ихтимал, – ти яугир. – Шуға күрә ул бик иғтибарлы, сабыр, тыныс,  үҙ-үҙен тота белгән кеше.

Яу яланында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ Суворов һәм II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

– Иптәштәрем менән бик дуҫбыҙ, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итергә әҙербеҙ, – ти яҡташыбыҙ. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Бындай мәлдәрҙә бик ауыр һәм ҡыҙғаныс. Позицияларҙы көндөҙ һауала эленеп торған дрондар күҙәтһә, төндә йылылыҡ нурланышын теркәүсе приборҙар ҡарай. Ҡайһы бер ҙә дрондарҙы автоматтан атып төшөргән саҡтар ҙа бар.

Үҙенең саҡырыуын ир фамилияһының, исеменең һәм атаһының исеменең тәүге хәрефтәренән төҙөгән. Хәрби хеҙмәткәр хәрби хәрәкәттәр зонаһында туған телдең ҙур роле тураһында ла әйтте.

– Дошман беҙҙе аңламаһын өсөн башҡорттар һәм татарҙар менән рация аша гел туған телебеҙҙә аралашабыҙ, – тип һөйләй яугир.  

Күптән түгел яҡташыбыҙ өсөнсө тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Уны өйҙә ата-әсәһе, ҡатыны Алина, улдары Эмиль һәм Ислам, туғандары түҙемһеҙлек менән көтә. Ялын ул яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары араһында үткәрҙе, төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашты. Әле яңыраҡ ул үҙенең часына кире хеҙмәткә юлланды. Яҡташыбыҙға һаулыҡ һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.

Үктәй егете - сапер
Үктәй егете - сапер
Автор:Р. Әхмәҙуллина, Иглин районы Үктәй ауылы
Читайте нас: