Фәтих мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә армия хеҙмәтен үткән. Ә һуңынан Өфө заводтарының береһендә туҡыусы булып эшләгән. Бала саҡтан уҡ техника, һунар менән мауыҡҡан. Атаһы әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт күңеле менән хәрби кеше булған. Махсус әҙерлек үткәндән һуң Фәтихты махсус хәрби операция үткәреү зонаһына ебәргәндәр. Беренсе штурм ваҡытында хәрби хеҙмәткәр яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡала алған. Бындай батырлығы өсөн уны генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың рәхмәт хатына лайыҡ булған. Рәсәйҙең ысын патриоты булған Фәтих өсөн - баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙөнән дә ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ.
2023 йылдың февралендә яраланған ҡаһарман яҡташыбыҙ дауаланыуҙан баш тарта һәм сафта ҡалыуын дауам итә. Ваҡыт үтеү менән ул икенсе тапҡыр яралана. Дауаланып, аяҡҡа баҫҡандан һуң ир хеҙмәттәштәре янына ҡайта.
Быйыл Фәтих яңынан ҡаты яралана. Бер нисә ай ул дауаханала ята. Яңынан хәрби-табип комиссияһын үткән ир яуҙаштары янына ҡайта һәм улар менән иңгә-иң терәшеп, дошманға ҡаршы көрәшә башлай. Ул яугирҙәрҙе Рәсәйҙең ысын геройҙары тип иҫәпләй.
Алғы һыҙыҡта Фәтихҡа водитель-механик, БПЛА операторы һәм гранатометсы ярҙамсыһы булырға тура килә. Техника менән мауығыуын да онотмай ул. Бер ваҡыт Фәтих ватылған УАЗ автомобилен күрә һәм уны йүнәтә. Һуңынан был машина шәхси состав ихтыяждары өсөн ҡулланыла башлай.
Шәхси һорауҙарға ла хәрби хеҙмәткәр тыйнаҡ итеп кенә яуап бирә. Рәсәй Армияһының кәрәкле кимәлдә эшләүен дә билдәләй. Унда ҡурҡырға ваҡыт юҡлығын, бөтә егеттәр ҙә еңеүгә тәүәккәл һәм ахырына тиклем барыуын, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙам итешеп йәшәүҙәре тураһында ла һөйләне. Гуманитар ярҙам өсөн рәхмәтле булыуҙарын да телгә алды.
“Махсус хәрби операцияла беҙ аҡса, наградалар йәки погон өсөн түгел, беҙ илебеҙгә нацизм килмәһен өсөн көрәшәбеҙ.Ундағы иң ҡатмарлы мәлдәрҙә туғандарың тураһында уйлайһың. Бөтә булған ҡиммәттәргә икенсе күҙлектән ҡарайһың. Яҡташтар өсөн төп теләк – туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, - тине Фәтих.