Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Бәләкәй” саҡырыулы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
“Бөтә бала сағым атайымдың тыуған яғы - Благовещен районының Иҫке Илек ауылында үтте. Әле лә ошо ауылда минең туғандарым йәшәй, улар янына мин йыш ҡунаҡҡа ҡайтам. Мин илемдең һәр төбәгенә, ғәзиз тыуған еремә нацизмдың килеүенә юл ҡуя аламмы? Шуға күрә 2022 йылдың сентябрендә Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм һәм һауа-десант ғәскәрҙәренең 98-се дивизияһы составында махсус хәрби операция үткәреү зонаһына юлландым, - тип һөйләй ул. Ә беҙҙән башҡа кем унда бара? Әлбиттә, беҙ, йәштәр, физик яҡтан яҡшы әҙерләнгән, һәр яңылыҡҡа тиҙ өйрәнә алған һау-сәләмәт егеттәр”.
Хәрби хәрәкәттәр зонаһында “Бәләкәй” пилотһыҙ осоу аппараттары операторы сифатында хеҙмәт итә. Утты корректировкалау һәм подразделениеның тирә-яғындағы оператив хәлде күҙәтеү уның бурыстарына инә. "Мин яугирҙарҙың күҙҙәре һәм ҡолаҡтары булып торам. Шуға күрә уларҙың имен-аман булыуында үҙемде яуаплы итеп тоям, - ти ул. - БПЛА-ны реаль ваҡыт режимында идара итергә өйрәнергә тура килә. Роботлы хәрби хәрәкәттәр шарттарында яңы хәрби эш төрҙәрен үҙләштереүгә лә мәжбүрбеҙ”.
Бер ваҡыт “Бәләкәй” дошмандың диверсия-разведка төркөмөн күреп ҡала.Төркөм рәсәй хәрбиҙәренең тылына үтергә маташҡан була. Иғтибарлы яҡташыбыҙ һәм пулемет расчеты диверсанттарҙы үткәрмәй, уларҙың накатын кире ҡаға.
Хәрби хеҙмәткәр һөйләүенсә, уны махсус хәрби операция зонаһындағы бөтә һалдаттарҙың берҙәмлеге ҡыуандыра, бында милләттәргә бүлеп ҡарау юҡ, барыһы ла бер туғандар кеүек.
“Беҙ берҙәм һәм дуҫ булғас, беҙҙе һындырыу мөмкин түгел. Ошо урында «Көнбайыш» саҡырыулы батальон командиры тураһында һөйләп үтергә теләйем. Артыҡ арттырыуһыҙ, уны иң яҡшы командирҙарҙың береһе тип әйтә алам. Ул тормоштоң төрлө мәлдәрендә лә, егеттәрҙе ташламай, уның уйланылған ҡарарҙары арҡаһында шәхси составтағылар юғалтыуҙарҙан ҡотола. “Көнбайыш” һәр хәрби хеҙмәткәр өсөн борсола, уларҙы үҙ ағаһы, улы кеүек яҡын күрә. Шуға күрә лә, беҙ уны Батяня-комбат тип атайбыҙ, - тип һөйләне “Бәләкәй”. - Бер штурмдан һуң беҙҙә яралылар күп булды, хатта эвакуация төркөмө лә зыян күрҙе. Шул саҡта беҙҙең батальон командиры, егеттәрҙең арҡаһы артына йәшеренмәй, бронь, каска алып, бик күптәрҙе ҡотҡарҙы һәм уларға беренсе ярҙам күрһәтте”.
“Бәләкәй” үҙе лә яраланған булған. Ике ай дауаханала ятып сыҡҡандан һуң, реабилитация үтә һәм шунда уҡ сафҡа баҫа.
“Яуҙаштарымдың рух көсө һәм ҡаһарманлығы, алға ҡуйылған барса бурыстарҙы үтәргә мөмкинлек биреренә ныҡлы ышанабыҙ. Беҙ мотлаҡ Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ”, - ти “Бәләкәй” саҡырыулы яҡташыбыҙ.