Йәйғор
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
1 Май , 09:10

Яҙ һәм Хеҙмәт көнөнә

Яратҡан эше, ҡыҙыҡлы, еңел булмаһа ла, ергә һөйөү уларҙың ҡанында, тип иҫәпләй бер туған апалы-ҡустылы Иван Вотинов һәм Татьяна Вершинина. 2018 йылда Ильино-Поляна ауылында йәшәүсе Иван Вотинов элекке «Степановский» совхозы базаһында крәҫтиән-фермер хужалығын ойошторорға ҡарар итә. Ул биналарҙы һәм унда ҡалған малдарҙы ҡуртымға ала.

Яҙ һәм Хеҙмәт көнөнә
Яҙ һәм Хеҙмәт көнөнә

Күпмелер ваҡыттан һуң ул «Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам» республика программаһы сиктәрендә грант алған. Был ярҙам уға булған малды тулыландырырға мөмкинлек биргән. Алынған аҡсаға Иван Иванович 16 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар һатып алған. Бөгөнгө көндә «И.И. Вотинов» крәҫтиән-фермер хужалығында 215 баш эре мөгөҙлө мал аҫрала, шуларҙың 95-е һауын малы. Хужалыҡ йылына күпләп тонна һөт һәм ит етештерә. Был сифатлы продукцияны Ильино-Поляна ауылы магазиндарында һатып алырға мөмкин. Хәҙер КФХ - ның 590 гектар ере бар, уңышы тотороҡло булған культураларҙан унда бойҙай, арпа, арыш үҫтерелә...
“Районда совхоздар һәм колхоздарҙың юҡҡа сығыуын бик ауыр кисерҙем. Эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнергә ҡарар иткән ваҡытта минең яҡшы килем килтергән үҙ эшем бар ине”, - ти фермер.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Иван Иванович үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда «Степановский» совхозында тракторсы булып башлап ебәргән. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң Благовещен ҡошсолоҡ фабрикаһында, һуңыраҡ “САД” КФХ-да водитель булып эшләүен дауам иткән.
“2018 йылда хаҡлы ялға сығыр алдынан һуңғы эш көнөмдө эшләнем һәм өйөмә ҡайттым. Кис энем шылтыратып: "Таня, беҙ ферма алдыҡ, эшкә сыҡ", - тип әңгәмәгә Татьяна Ивановна ла ҡушылды. Туғанымдың үтенесен кире ҡаҡманым. Уның тәҡдименә ризалашырға тура килде. Татьяна Вершинина ауыл хужалығында 1974 йылдан бирле эшләй.
"8-се кластан һуң фермаға әсәйем янына филәктәр йыуырға йөрөй торғайным. Атайым менән әсәйем ғүмере буйына ошо совхозда эшләне. Әсәйем һауынсы, атай механизатор ине, - тип хәтерләй ҡатын. - Яҡшы эшләнем, шуға күрә мине иҫәпсе итеп ҡуйҙылар. Белемемде камиллаштырыу өсөн курстарға ебәреп, артабан ферма мөдире итеп үрләттеләр. Ҡайһы берҙә өлкән апай хоҡуғында энемә аҡыл да өйрәтеп алам”.
Ул ауыл хужалығы тармағында биш бер туған араһынан тик энеһе менә генә эшләүҙәрен дә әйтте. Ә һуңынан Иван менән икеһенең улдары – Артем, Владимир һәм Александрҙың ярҙамға килеүҙәре тураһында ла һөйләне. Вотиновтарҙың хеҙмәт ғаилә династияһында үҙ-ара аңлашып эшләү, бер-береһен хөрмәт итеү һәм хеҙмәткә яуаплы ҡараш атмосфераһы хакимлыҡ итә.
Етәксе вазифаһы кабинетта эшләүҙе күҙ уңында тотһа ла, Иван Иванович үҙе трактор, комбайн руле артына ултыра һәм баҫыуҙарҙа эшләй. "Йәштәр, уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң, эшсе булып эшләргә теләмәй, уларҙы малсы, һауынсы һөнәрҙәре ҡыҙыҡтырмай. Улар дәүләт идаралығы структураларында йәки банктарҙа, күпкә аҙыраҡ аҡсаға булһа ла, эшләүҙе хуп күрә, - тип зарлана Иван Иваночич. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл хужалығында эшләүсе кешенең имиджы сиккә тиклем төшөрөлгән. Хәҙерге фильмдарҙа йыш ҡына емерелеп барған трактор һәм күңелһеҙ пейзаждар күрһәтелә. Быларҙың барыһын да ҡайҙан алалар? Хәҙерге ваҡытта күпселек эштәр механизацияланған, техника заманса, эш хаҡы ла лайыҡлы. Әгәр ауыл һөнәрҙәре тураһында фекерҙе үҙгәртмәһәк, тиҙҙән хужалыҡтарҙа бер кем дә эшләргә теләмәйәсәк”.
Иван Иванович XXIV "Алтын көҙ - 2022" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә «Агросәнәғәт комплексында иң яҡшы эшҡыуарлыҡ инициативаһы» номинацияһында көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Фермерҙың пландары күп, барыһы ла уның һаулығына һәм, әлбиттә, финанс мөмкинлектәренә бәйле булһа ла, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы иртәгәһе көнгә ышана. Ерҙә эшләүемә бер ҙә үкенмәйем. Киреһенсә, яратҡан эшең менән шөғөлләнһәң, уға барса көсөңдө һалаһың – көс-дәрт барлыҡҡа килә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәһең һәм үҙ шөғөлөңдән шатлыҡ алаһың», - ти Иван Вотинов.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: