Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
6 Май , 09:23

Тыуған төйәкте тырыштар биҙәй

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы Башҡортостанда йылына ике тапҡыр - яҙ һәм йәй үтә. Благовещен районы халҡы ла был акция сиктәрендә йәш ағастар ултыртыуҙа әүҙем ҡатнаша. Был кәрәкле эштәргә халыҡ аңлы рәүештә үҙ теләге менән ҡушыла.

Тыуған төйәкте тырыштар биҙәй
Тыуған төйәкте тырыштар биҙәй

Мәҫәлән, Шәрип ауылы халҡы өс йыл элек юл буйына бер рәт итеп ҡарағай үҫентеләре ултыртҡайны. Ә быйыл шуларға тағы ла дүрт үҫенте һыҙаты өҫтәлде, ауылға юл буйында 150-нән ашыу йәш ҡарағай ағастары ултыртылды.
Һәр башланғысты халыҡ күтәреп ала, һәр эштәрҙә тулы әүҙемлек күрһәтә. Ауылдаштар Дамир Хәжиев, Фирҙәүес Риянов, Ришат Дәүләтшин йылы ҡояшлы көндө эшкә сыҡты. Улар тарафынан участканы һөрөү өсөн шәхси тракторҙар ҡулланылды, үҫентеләргә һибеү өсөн һыу ҙа килтерелде.
“Шәрип ауылы халҡының дуҫ һәм берҙәм булыуына һоҡланам, башҡарған изге эштәре өсөн тик рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Улар һәр эште бергәләп башлай һәм сифатлы итеп тамамлай. Үҙҙәре йәшәгән төбәкте йәмләр, матурлар өсөн бар көсөн һала”, - тип һөйләне Иҙәк ауыл Советы башлығы Айһылыу Хәйруллина.
Тыуған төйәкте тырыштар биҙәй. Шәрип ауылы уңған, егәрле, бөтмөр кешеләре менән киң билдәле. Шуға ла уларҙың эштәре көйлө бара, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән йүнселдәр исемен дә улар данлы йөрөтә.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: