Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
7 Май , 09:08

Балаларҙың яратҡан табибы

Благовещен район үҙәк дауаханаһында эшләгән, үҙ эшенә мөкиббән киткән табиптарҙың береһе булған Әлфиә Заһит ҡыҙы Богданова тураһында кешеләр: “Хоҙай Тәғәләнән бирелгән табип!” тиҙәр. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ ҡатын һаулыҡ һаҡлау системаһына 30 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған.

Балаларҙың яратҡан табибы
Балаларҙың яратҡан табибы

Табиптарҙың һәр минуты кешеләргә ярҙам итеүгә бағышланған, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Шуға ла был яуаплы, ҡатмарлы һөнәрҙе тик сыҙамлы, миһырбанлы, оло йөрәкле кешеләр генә үҙ итә алалыр. Благовещен район үҙәк дауаханаһында эшләгән, үҙ эшенә мөкиббән киткән табиптарҙың береһе булған Әлфиә Заһит ҡыҙы Богданова тураһында кешеләр: “Хоҙай Тәғәләнән бирелгән табип!” тиҙәр.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ ҡатын һаулыҡ һаҡлау системаһына 30 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған.
Бөгөн ул педиатрияның алдынғы белгесе, хеҙмәттәштәре һәм пациенттары тарафынан хөрмәт һәм танылыу яулаған ысын профессиональ табип. “Һәр ваҡыт дауалау буйынса кәңәштәр бирә, пациенттар хаҡында хәстәрлек күреүҙә шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй” тиҙәр уның хаҡында благовещендар. Мәрхәмәтле, мөләйем педиатр хеҙмәттәштәре, пациенттары араһында ла лайыҡлы хөрмәт менән файҙалана, балаларҙы һауыҡтырыуға бар оҫталығын һәм белемен һала.
Күптән түгел Әлфиә Заһит ҡыҙы «Йылдың иң яҡшы табибы» ведомство конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы табиптары араһында 2-се урын яулап, аҡ халатлылар араһында танылыу алды.
Районыбыҙҙың абруйлы кешеләренең береһе булған Әлфиә Богдановаға ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡшы пациенттар, мөһим хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: