Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
8 Май , 15:11

Тыныслыҡ һәм ғәҙеллек өсөн

Благовещен районындағы берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит Гәрәев быйылғы еңеү яҙын ҡаршы ала

Тыныслыҡ һәм ғәҙеллек өсөн
Тыныслыҡ һәм ғәҙеллек өсөн

Сығышы менән Ҡариҙел районынан ул Фәрит Кәбир улы. Һуғыш башланғас, үҫмер башҡа балалар менән бергә колхоз баҫыуҙарында эшләй.
- Ағайҙарым һуғыш ауырлыҡтарын тәүге көндәрҙән үк тойҙо, яраланды һәм әсирлеккә эләкте, – тип һөйләй Фәрит Кәбир улы. Мин Совет армияһы сафына ун ете йәшлек егет булып индем, Грозный хәрби авиация училищеһының тиҙләтелгән осоусы штурмовик курстарын үттем, унан мине фронтҡа ебәрҙеләр.
Фәрит Гәрәев Сахалинды һәм Курил утрауҙарын азат итеү өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. Дөйөм алғанда, ул армияла ун йыл самаһы хеҙмәт итә.
“Фронтта фашистарҙы еңергә һәм Рейхстаг өҫтөндә Ҡыҙыл байраҡ күтәрергә тигән бер генә ынтылыш барыбыҙҙы ла гел алға әйҙәне. Нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, киләсәгебеҙҙең беҙгә бәйле икәнен белә инек, һәм Еңеүҙе яҡынайтыу тураһындағы уйҙар бар ауырлыҡтарҙы ла юҡҡа сығара ине. Беҙ үҙ илебеҙҙе яраттыҡ һәм уның сиктәрен күҙ ҡараһы кеүек һаҡланыҡ. Һәм 1945 йылда барыһы ла Рәсәйҙең бөйөк һәм ҡеүәтле ил булыуын һәм бер ҡасан да дошман иҙеүе аҫтында ҡалмаясағын, быуаттар буйына шулай булғанын һәм артабан шулай буласағын белә, мин быға ышанам”. Данлы юл үткән ветерандың күкрәген уның күп һанлы наградалары, шул иҫәптән I дәрәжә Ватан һуғышы ордены биҙәй. Һуғыш йылдарын һәм совет халҡының күп йылдар элек Еңеү парадында кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстарын иҫкә төшөргән ветеран, халҡыбыҙҙың яңынан ҡулына ҡорал алырына бер ҡасан да ышанмаған. Фәрит Кәбир улы ейәндәре һәм бүләләре өсөн, һәм, әлбиттә, күп йылдар элек фашизмдан ҡотҡарған Тыуған иле өсөн бик борсола.
“Һеҙҙең өлөшкә героик миссия төштө. Тыуған илебеҙҙең яҙмышы тик һеҙҙән тора. Һеҙ беләһегеҙме, ни өсөн көрәшәһегеҙ? Бәхетле, тыныс тормош, оло йәштәгеләр, үҫеп килгән йәш быуын, ата-әсәләр, ҡатындар һәм балаларҙың ғүмере өсөн һеҙ яуаплы. Беҙ, 1941-1945 йылдарҙағы һалдаттар, ватандың данлы улдарының донъяны нацистарҙың яуызлығынан мәңгегә таҙарта алырына ныҡлы ышана, - тип мөрәжәғәт итте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Фәрит Гәрәев. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙарһыҙ булмай, ҡыйыу һәм ҡаһарман ир-егеттәрҙебеҙ яу яландарында башын һала. Мин һәр ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Былар барыһы ла тиҙҙән тамамланыр һәм Еңеү тағы ла беҙҙең яҡта булыр”.
Фәрит Кәбир улы хәрбиҙәрҙе көслө рухлы булырға саҡырҙы. Ил өсөн ауыр ваҡытта ир-егеттәрҙең ситтә ҡалмауы өсөн үҙенең рәхмәтен һәм хөрмәтен белдерҙе. “Намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итеп кенә ҡалмағыҙ, тәртипле булығыҙ, командирҙарығыҙҙы бер һүҙһеҙ тыңлағыҙ, бөтә заданиеларҙы һәм бойороҡтарҙы аныҡ үтәгеҙ” тип яугирҙәргә наказын да әйтте ветеран.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: