Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Май , 09:54

Ул иптәштәре янына ашыға

Табиптар «Скрипач» саҡырыулы яугирҙың тәненән бер снаряд ярсығын ала, ә ҡалған икәүһен ҡалдыра, сөнки был осраҡта уның һаулығына зыян килеүе ихтимал була. Шуға ҡарамаҫтан, һалдат кире үҙенең часына барырға ҡарар итә.

Ул иптәштәре янына ашыға
Ул иптәштәре янына ашыға

«Скрипач» саҡырыулы яугир ағымдағы йыл башында махсус хәрби операция зонаһына китә. Бер айҙан һуң ул яралана. Әлеге ваҡытта ул хәрби яраларын дауалау буйынса отпуск алған.

Яҡташыбыҙ Ҡалтыман ауыл биләмәһенең Яңы Березовка ауылында тыуған. Бала сағын һәм йәшлек йылдарын ошонда үткәргән үҫмер йыл һайын урып-йыйыу эштәрендә «Алатыр» совхозына ярҙам итә, комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй, уға «Енисей» комбайны менән  идара итергә тура килә. Ул саҡта уңған үҫмер тураһында район гәзитендә лә яҙалар. Мәктәптән һуң егет төҙөлөш өлкәһендә эшләй: йорттар төҙөй, плиткалар һала, биҙәү эштәрен башҡара.

Махсус хәрби операция башланғандан һуң күп кенә дуҫтары һәм таныштары хәрби хәрәкәттәр зонаһына китә: кемдер өлөшләтә мобилизация сиктәрендә, кемдер үҙ ирке менән. Яҡташыбыҙ ҙа уларға ҡушылырға, Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға ҡарар итә.

Яҡындары һәм туғандары уның етди ҡарарын аңлап ҡабул итә. Яугирҙы әсәһе, туғандары һәм ҡатыны хеҙмәткә оҙата (тиҙҙән хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһендә бала тыуыуын көтәләр).

Яҡташыбыҙ Тыва Республикаһында ойошторолған 55-се мотоуҡсылар бригадаһы составында хеҙмәт итә. Уның хәрби һөнәре – уҡсы-гранатометсы.

– Тывалар – яҡшы егеттәр, грамоталы һуғышалар, – ти полкташтары тураһында «Скрипач». – Һуғыш алып барыуҙың уникаль күнекмәләрен улар, моғайын, яугир ата-бабаларынан мираҫ итеп алғандыр.

Подразделение Авдеевканы штурмлауҙа ҡатнаша. Махсус операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ наградаға тәҡдим ителгән. Бер алышта «Скрипач» яралана. Хәрби хеҙмәткәргә үҙ часына тиклем 18 саҡрым йәйәү үтергә тура килә. Ул төрлө госпиталдәрҙә дауалана, уға бер нисә операция яһала. Табиптар һуғышсының арҡаһынан бер ярсыҡты сығара, ә икәүһе менән хәрби хеҙмәткәргә артабан йәшәргә тура киләсәк. Яраларын дауалау буйынса отпускыла булған яугир, тиҙҙән ул хәрби-табип комиссияһын үтеү өсөн Тыва Республикаһына барасаҡ.

– Хәлем яҡшырыу менән, иптәштәрем янына кире китәсәкмен, – ти яугир. – Мин унда кәрәк. Беҙҙең алда Донбастың халҡын азат итеү һәм уларға ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға ярҙам итеү төп маҡсат булып тора.

Бөгөн Украинала махсус хәрби операция зонаһында меңәрләгән Рәсәй һалдаттары ил мәнфәғәттәрен яҡлай, шул иҫәптән беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа. Ватаныбыҙҙы яҡлаусыларҙың барыһына ла уңыштар, тиҙҙән еңеү яулап иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: