Йәйғор
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
21 Май , 15:20

Минең олатайым фашизмға ҡаршы һуғышҡан

Хәҙер минең дә нимәгә һәләтле булыуымды күрһәтергә сират етте

Минең олатайым фашизмға ҡаршы һуғышҡан
Минең олатайым фашизмға ҡаршы һуғышҡан

Салауат Юлаев исемендәге батальон доброволецы Ташкент саҡырыулы яугир Үзбәкстанда тыуған. Малай сағында ғаиләһе менән Башҡортостанға күсеп килгән егет 2006 йылдан алып Благовещен ҡалаһында йәшәй.
Контракт төҙөгәнгә тиклем Ташкент вахта ысулы менән эшләгән. “Яңылыҡтарҙы ҡарап барҙым, махсус операция зонаһында булған ике туған ағай-энеләрем менән аралаштым, күп уйландым һәм бер ни ҙә булмағандай йәшәй алмаясағымды аңланым. Беҙ, ирҙәр, һәр ваҡыт ғаиләбеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы һәм илебеҙҙе яҡларға әҙер булырға тейешбеҙ. Әгәр ваҡыт еткән икән, эш итергә кәрәк, - тип һөйләй хәрби хеҙмәткәр. Минең олатайым фашизмға ҡаршы һуғышҡан. Хәҙер минең дә нимәгә һәләтле булыуымды күрһәтергә сират етте. Еңеү беҙҙең ҡулда булыр, һәм беҙ лайыҡлы рәүештә ғаиләләребеҙгә имен-аман әйләнеп ҡайтырбыҙ”.
“Ташкент” һөйләүенсә, Салауат Юлаев исемендәге батальонда благовещендар байтаҡ. Улар араһында йәштәр ҙә бар. Хәрби хеҙмәткәр әйтеүенсә, ундағы 20 йәшлек егеттәр күҙ алдында үҫә, нығына, уларҙың тормошҡа ҡарашы ла үҙгәрә бара. Улар күңел асыу тураһында түгел, ә башҡа ҡиммәттәр тураһында ныҡлап уйлана.
Хәрби хеҙмәткәр һөйләүенсә, уларҙың көнкүреше яҡшы көйләнгән, ялан шарттарында мөмкин булырҙай бөтә уңайлыҡтар бар. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам килеп тора. “Балаларҙан килгән хаттарҙы бик ҡәҙерләйбеҙ. Улар рухыбыҙҙы күтәрә, ауыр минуттарҙа мораль яҡтан ярҙам итә, - ти Ташкент. - Йөктө йыйып, оҙатыуға ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтергә теләйем”.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: