Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
24 Май , 09:18

Үҙеңде нисек күрһәтһәң, кеше лә һиңә шундай мөнәсәбәттә була

Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан булған Нәзилә Сөләймәнова “Ауыл табибы” программаһы буйынса миллион һум аҡса алды. Ул бала саҡтан табип булырға ҡарар иткән, шуға күрә мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына документтарын тапшырған.

Үҙеңде нисек күрһәтһәң, кеше лә һиңә шундай мөнәсәбәттә була
Үҙеңде нисек күрһәтһәң, кеше лә һиңә шундай мөнәсәбәттә була

“Атайым ғүмер буйы водитель булып эшләне, ә әсәйем барлыҡ хәстәрлектәрҙе, донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алды. Һәр ваҡыт кешеләргә файҙа килтереү, яҡшылыҡ эшләү мөһим, ти торғайны ул. Был маҡсатҡа ынтылыу өсөн медицина өлкәһе, минеңсә, иң ҡулайлыһы, һәм мин үҙ яҙмышымды табип һөнәре менән бәйләргә ҡарар иттем. Ата-әсәйем минең ҡарарымды хуплап ҡабул итте. Шуға ла документтарымды дауалау эше факультетына тапшырҙым”, - ти Нәзилә Сәғит ҡыҙы.
Диплом алған йәш белгес маҡсатлы йүнәлеш программаһын файҙалана һәм ординатурала «Ультратауыш диагностикаһы» һөнәре буйынса уҡыуын дауам итә. Тыуған районының медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән табипҡа тейешле квота булмай сыға. Был осраҡта ла Нәзилә Сәғит ҡыҙы юғалып ҡалмай, ә Благовещен ҡалаһына эшкә килергә ҡарар итә. Үҙәк район дауаханаһында булған квота аша ул ординатурала уҡыуын тамамлай һәм бына инде һигеҙ ай дауамында район поликлиникаһында пациенттар ҡабул итә.
“Үҙеңде нисек күрһәтһәң, кеше лә һиңә шундай мөнәсәбәттә була”, - ти йәш белгес. Бар эштәрҙә ярҙам иткән, кәрәк саҡта кәңәштәр биргән остазым, абруйлы табип Марина Иҡсановаға рәхмәтлемен. Көнөнә кәм тигәндә, 15 пациентты ҡабул итәбеҙ, ҡайһы берҙә ашығыс осраҡтар ҙа булғылай. Бына шул саҡта тәжрибәле хеҙиәттәштәремдең ярҙамы кәрәк булып китә. Ультратауыш тикшереүе, диагностикалау менән шөғөлләнгәндә төрлө шештәр менән осрашырға тура килә. Бындай мәлдәрҙә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, пациентҡа барыһын да тыныс ҡына аңлатырға кәрәк. Әлбиттә, был еңел түгел, ә үҙ-үҙеңде тотоу ваҡыт һәм тәжрибә менән килә, университетта уҡығанда быға өйрәнеп булмай”.
Күптән түгел Нәзилә Сөләймәнова «Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә миллион һум аҡса алды, ул тотороҡло тормош өсөн яҡшы ярҙам булды.
“Беренсенән дәүләттең ҙур матди ярҙамы табиптар өсөн өсөн бик кәрәкле булһа, ә икенсе яҡтан медицина учреждениелары - талап ителгән белгестәр менән тулылана», - ти мәҡәлә геройым.
Нәзилә Сәғит ҡыҙына, әйткәндәй, программа буйынса алынған аҡсаны торлаҡ шарттарын төҙөкләндереүгә тотонорға тура килмәне. Сөнки ҡала хакимиәте белгестәрҙе табипты социаль торлаҡ менән тәьмин итте. 2023 йылдың сентябренән фатирҙан тыш, табиптар тулы мебель комплекты ла алыу хоҡуғына эйә булды.
Медицинанан тыш, Нәзилә Сөләймәнова спорт, китап уҡыу менән дә мауыға. Йәш белгес үҙенең өлгөһө менән илһамландыра, табип булыу - ул кешеләрҙе дауалау ғына түгел, ә тирә-яҡ донъяны яҡшыраҡ итеү икәнен күрһәтә.
“Благовещен – тәжрибә тупларға теләүселәр өсөн ҙур мөмкинлектәр биргән ҡала. Бында һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итәләр, һинең һәр башланғысыңды ла хуплап торалар, - ти Нәзилә Сәғит ҡыҙы. Благовещен үҙәк район дауаханаһы коллективына эшкә килеүемә бер тапҡыр ҙа үкенмәнем".

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: