Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
6 Июнь , 13:59

Анна Карабанова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Булка” саҡырыулы яҡташыбыҙҙы ҡабул итте

“Булка” район етәкселегенә үҙенең ғаиләһенә һәр ваҡыт ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тағы ла бер мәсьәләне хәл итеүҙе һораны

Анна Карабанова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Булка” саҡырыулы яҡташыбыҙҙы ҡабул итте
Анна Карабанова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Булка” саҡырыулы яҡташыбыҙҙы ҡабул итте

“Булка” саҡырыулы яҡташыбыҙҙы ҡабул итте. Анна Николаевна хәрби хеҙмәткәр менән аралашты, уның ихтыяждары тураһында һорашты, район етәкселәренең мобилизацияланған благовещендарҙың ғаиләләренә нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләне һәм кәрәкле булған әйберҙәрҙең исемлеген дә һораны.
“Булка” район етәкселегенә үҙенең ғаиләһенә һәр ваҡыт ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тағы ла бер мәсьәләне хәл итеүҙе һораны. “Минең ғаиләм Яңы Надеждин ауылында йәшәй. Күптән түгел Тыныслыҡ урамында һыу үткәргес торба сафтан сыҡты, был ауыл халҡына ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы, бигерәк тә был урамда башлыса бәләкәй балалы ғаиләләргә ауырға тура килә», - тине хәрби хеҙмәткәр.
Был мәсьәләне Анна Карабанова шәхси контролгә алды. “Һеҙгә тыуған яҡтарға иҫән – һау ҡайтырға яҙһын, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, - тип теләне ул. - Ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ, ата-әсәләрегеҙ өсөн тыныс булығыҙ. Килеп тыуған барса проблемаларҙы ла хәл итәсәкбеҙ. Беҙ иртәнән кискә тиклем бәйләнештә, шылтыратығыҙ, хәбәр итегеҙ”.
“Булка” 2022 йылдың көҙөнән бирле махсус хәрби операция үткәреү зонаһында ҡатнаша.
-Саҡырыу алғас, бер ҡайҙа ла ҡасып китмәнем, ентекле итеп юлға йыйындым. Был хәлде күңелем менән ҡабул иттем һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж булған илемде дошмандан һаҡларға юлландым, - тип һөйләй яугир. - Беҙҙең ауылдан минең менән тағы өс кеше хеҙмәт итә. Әгәр элек беҙ таныш ҡына булһаҡ, хәҙер инде ысын туғандар булып киттек. Күп тапҡырҙар иңгә-иң терәшеп һуғышҡан, яралыларҙы ҡотҡарған мәлдәр булды. Бер ваҡыт яуҙаштарҙы алып сыҡҡанды дошман күреп ҡалып, беҙгә бер нисә снаряд ташланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иптәшем һәләк булды, ә мин ҡаты яраландым. Һуңынан госпиталдәрҙә дауаланып ҡына аяҡҡа баҫтым.
Ҡыҫҡа ял ваҡытында ул өйҙә ҡатыны һәм балалары менән булыуҙы хуп күрә. Былтыр декабрҙә генә донъяға килгән бәләкәсен һөйөп туя алмай, яҡындары менән бергә булған ҡәҙерле минуттарға ҡыуанып йәшәй.
Яугир илдең бөтә мөйөштәренән килгән балаларҙың хаттары өсөн дә рәхмәтен белдерҙе. “Был хаттар менән тулы булған стена бар, улар даими яңыртылып тора. Балалар беҙгә һаулыҡ теләй, тиҙерәк өйгә ҡайтыуыбыҙҙы көтә. Улар беҙгә ышана һәм еңеү менән көтә. Беҙ мотлаҡ яҡташтарыбыҙҙың өмөтөн аҡларбыҙ”.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: