Василий Изибаевич 1983 йылда «Изяковский» совхозына эшкә килгән. Крәҫтиән ғаиләһенән булған йәш белгесте ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Атаһы Изибай Айтубай улы ғүмер буйы механизатор, водитель булып эшләгән.
“Бала саҡтан ауыл хужалығы машиналары менән ҡыҙыҡһындым. Тракторҙарҙың, комбайндың нисек ҡоролоуын һәм боҙолған осраҡта нисек йүнәтелеүен белеп үҫтем. 13 йәшемдә тәүге тапҡыр атайымдың МТЗ-80 тракторы руле артына ултырҙым, - тип хәтерләй ул. - Мәктәпте тамамлағандан һуң ауыл хужалығы техникумының Бөрө филиалына уҡырға индем. Дипломлы механизатор булғандан бирле ауыл хужалығы машиналарында эшләйем”.
Хәҙер ул «Вотинов И.И» хужалығының иң тәжрибәле механизаторҙарының береһе. Уның янына йәштәр кәңәш йәки ярҙам һорап килә. Василий Изибаевич, ҡасандыр тәжрибәле хеҙмәттәштәренең үҙен сабыр һәм ентекле итеп хеҙмәткә өйрәтеүен иҫтә тотоп, хужалыҡҡа яңы эшкә килгәндәр өсөн шундай уҡ остаз булырға тырыша.
“Алтынға тиң йәштәребеҙ ауылдан ҡалаларға ҙур аҡса артынан йүгерә, - ти механизатор. - Йәш сағымда Өфөгә китергә хыялландым, ләкин килеп сыҡманы. Бөгөн инде үткән тормошома ҡарап, ныҡ шатланам, сөнки ҡайҙа тыуғанмын - шунда кәрәк булдым”.
Василий Биктубаев һәр яңы агросезонды яҙғы иген культураларын сәсеүҙән башлай. Ҡыҫҡа ваҡытлы тәнәфестән һуң мал аҙығын әҙерләү башлана. Артабан башаҡ урыуҙа ла, тәжрибәле механизатор әүҙем ҡатнаша. Василий Биктубаевтың бурыстарына ауыл хужалығы культураларын сәсеү йәки урыу ғына түгел, ә техниканы аварияһыҙ баҫыу эштәренә әҙерләү ҙә инә.
“Мин бөтә булған ауыл хужалығы эштәренә лә етеҙ тотонам”, - тип уртаҡлаша механизатор.
Баҫыуҙағы бөтә эш физик яҡтан ауыр. Сөнки тап механизатор елкәһенә күп йөкләмә төшә. Ауыл хужалығында “Бер көн йылды туйҙыра” тигәндәй, һәр эшсе был осорҙоң ни тиклем мөһим икәнлеген аңлап эш итә. Ул ял һәм байрамдарҙы көтмәй, тәүлектең төрлө ваҡытында ла үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы теүәл үтәй.
“Яҡшылыҡтан, яҡшылыҡты эҙләмәйҙәр, - тип уйлайым, шуға күрә башҡа эш тураһында уйламайым, - ти механизатор. Тырышып хеҙмәт һалған хужалығымда мине барыһы ла ҡәнәғәтләндерә, бында минең хеҙмәтем талап ителә һәм уның өсөн яҡшы түләнә”.
Ауыр эш көнөнән һуң геройыбыҙ өйөнә ашыға. Сөнки унда киске һауын ваҡыты еткән.
Василий Изибаевич үҙенең ихатаһында быҙауҙар, ҡош-ҡорт аҫрай. Бындай хужалыҡты ҡарау, әлбиттә, еңел түгел. Әммә ир-ат үҙ өлөшөнә төшкәнгә зарланмай, ә уны сабырлыҡ менән ҡабул итә.
“Хәтеремдә, беҙҙең ғаилә һәр ваҡыт һыйыр малын ҡарап йәшәне. Ауыл тормошон ихатала йәнһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бында минең, үҙ байлығым: сифатлы һөт, ит, ҡаймаҡ, эремсек”, - тип уртаҡлаша егәрле ир уҙаманы.
Мәҡәлә геройыбыҙҙың үҙ баҡсаһы ла бар, унда бәрәңге, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсәләр үҫә. Василий Изибаевич үҙе һайлаған тормош юлынан ышаныслы атлай. Үҙ ҡулдары һәм еңел булмаған көндәлек хеҙмәте менән үҙе һәм яҡындары өсөн бөгөнгө көндө тәьмин итә. Һәм иртәгәһен дә...