Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
18 Июнь , 12:00

Һуңғы йылдарҙа тыуымдың түбәнәйеүе күҙәтелә

Благовещен үҙәк район дауаханаһының дауалау эштәре буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, акушер-гинеколог Анна Ғәйнетдинова ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау, бала тыуыу өсөн оптималь йәш, ашығыс бала тапҡанда медицина учреждениеһында нисек ярҙам итеүҙәре тураһында һөйләштек.

Һуңғы йылдарҙа тыуымдың түбәнәйеүе күҙәтелә
Һуңғы йылдарҙа тыуымдың түбәнәйеүе күҙәтелә

-Бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҫәбе бармы?
-Бөгөнгө көндә йөклөлөк буйынса акушер-гинекологтарҙа 170-кә яҡын ҡатын иҫәптә тора. Һуңғы бер нисә йылда бала табыусылар һаны өс тапҡырға тиерлек кәмегән. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөккә аңлы рәүештә ҡарай. Ваҡытында иҫәпкә торалар. Әммә ҡайһы берәүҙәр, бәлки, йөклөлөк һәм бала табыуҙа бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс нәмә юҡтыр, тип уйлай. Ҡайһы берҙә улар бер ниндәй тикшереүҙәрһеҙ бала табырға килә. Был уларҙың бала табыу йортонда булыуҙарын ҡатмарлаштырмай. Ләкин шуны белергә кәрәк: әгәр буласаҡ әсәй кеше быға тиклем тикшерелмәгән булһа, һуңынан ҡатмарлыҡтар килеп сығыуы ихтимал.
- Тыуым тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
-Һуңғы йылдарҙа тыуымдың түбәнәйеүе күҙәтелә. Уның иң юғары нөктәһе 2012 йылда булған. Тыуымдың кәмеүе, беренсенән, репродуктив ҡатын-ҡыҙҙарҙың әҙәйеүе менән бәйле. 90-сы йылдарҙа халыҡтың үлем кимәле тыуымдан юғарыраҡ булды. Бөгөн тап ошо йылдар быуыны вәкилдәре ғаилә ҡорорға һәм ата-әсә булырға ашыҡмай. Күпселек өсөн карьера һәм матди именлек беренсе урында тора. Махсус хәрби операция, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ та йоғонто яһай. Йөклөлөктө өҙөү осраҡтары ла йышайған. Аборттарға юл ҡуймау өсөн беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙам күрһәтеү буйынса күп һанлы программалар әҙерләнгән. Бындай пациенттар менән медицина психологы, юрист, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы табиптары эшләй.
-30 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыш ҡына «ҡартлыҡ» тип атайҙар. Ни өсөн? Беренсе бала тыуыу өсөн ниндәй йәш идеаль булып ҡала?
- Хәҙерге медицинала был термин юҡ инде. «Һуңғы репродуктив йәш» төшөнсәһе бар. Эволюция буйынса ҡатын-ҡыҙ 11 йәшендә беренсе күрем башланғас әсә була ала. Әммә медицина күҙлегенән ҡарағанда, үҫмерҙәрҙә йөклөлөк һәм бала табыу, шулай уҡ 40 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙа йөклөлөк һәм бала табыу юғалтыу хәүефе юғарыраҡ. Әлбиттә, был йәштә йөклөлөктө туҡтатырға кәрәк тигәнде аңлатмай, әммә төрлө һөҙөмтәләргә әҙер булырға кәрәк. Биологик яҡтан беҙҙең репродуктив йәшебеҙ 18 йәштән башлана. Тимәк, беренсе сабыйҙың тыуыу ваҡыты – 18-20 йәш.
-Бөгөн Благовещен дауаханаһында бала табыу бүлеге юҡ...
- Беҙҙең бала тапҡан ҡатындар ҡала клиник перинаталь үҙәгенә беркетелгән (Өфө ҡалаһының 3-сө бала табыу йорто). Барыһын да шунда алдан ебәрергә тырышабыҙ. Әммә көтөлмәгән осраҡтар ҙа булыуы ихтимал. Шуға күрә хирургия бүлегендә ашығыс бала табыуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн ургент залы бар. Бында кәрәкле ҡорамалдар, медикаменттар бар, шул иҫәптән ваҡытынан алда тыуған балалар өсөн дә күп нәмә ҡаралған. Ашығыс бала тапҡан осраҡта бөтә мәғлүмәтте перинаталь үҙәккә тапшырабыҙ һәм бригада саҡырабыҙ, ул пациентты һәм сабыйҙы Өфөгә оҙата. Былтыр һәм быйыл беҙҙә ашығыс бала табыу булманы.
- Ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн нимә мөһим?
- Нисек кенә булмаһын, тәү сиратта гинекологтың даими профилактик тикшереүҙәре мөһим. Сирҙәрҙе заманса диагностикалау ысулдарын ҡулланыу һәм дауалау кәрәк. Ә хәҙерге диагностика һәм дауалау ысулдары репродуктив система ағзаларының күпселек ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡларға һәм бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Был тулыһынса һауығыу һәм һаулыҡты һаҡлау мөмкинлектәрен арттыра.


Пермь крайының Чернушка ҡалаһы ҡыҙы Анна Николаевна, Пермь медицина академияһын уңышлы тамамлай һәм Благовещен район үҙәк дауаханаһына интернатураға килә. Әсәһе юлын дауам итеп, медицина өлкәһен һайлаған табипты Благовещен ере ихлас ҡабул итә. Шул осорҙан алып бөгөнгәсә ул хеҙмәттәштәре һәм пациенттар араһында ҙур абруй яулаған табип, һөйөклө ҡатын, ике бала әсәһе. Йорт мәшәҡәттәре менән яратҡан эшен бергә алып барған Анна Ғәйнетдинова үҙенең иғтибары, мөләйемлелеге менән пациенттарҙы йәлеп итһә, ә өйҙәгеләрҙе тәмле аш-һыуы менән һыйлай, яҡындарын яратып баға һәм ҡәҙерләй.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: