Үткән аҙнала Благовещен ҡалаһы Тыуған көнөн билдәләне. Күптәрҙең йырҙары матур бүләк булып яңғыраны. Бигрәк тә «Йырсы» саҡырыулы яугирҙың йырҙары күңелгә үтеп инде.
Баҡтиһәң, ир бала сағында беҙҙең ҡалала йәшәгән һәм уҡыған. Хәҙер Благовещенда уның ттуғандары йәшәй, уларға ул мөмкин булғанса ҡунаҡҡа килә. Был юлы ла йырсы сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһында туғандарына ҡунаҡҡа килә. Килеүе байрам менән тап килә.
- Махсус операция башланғас, күп кенә дуҫтарым, таныштарым мобилизацияға эләкте һәм ДНР-ҙа, ЛНР-ҙа ил мәнфәғәттәрен яҡларға китте, - тип һөйләй ир. - Улар унда булғас, оҙаҡ өйҙә ҡала алманым. Шуға күрә былтыр үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияға киттем.
Уның һөйләүе буйынса, ул саҡта уны тик патриотизм һәм яугирҙар менән иңгә-иң терәшеп тороу кәрәклеге генә этәрә. Йырсы «Башҡортостан» ирекле полкына эләгә, хәҙер унда өлкән сапер булып хеҙмәт итә. Ә ауыр, һағышлы инуттарҙа уға йырҙар ярҙам итә.
- Унда йыш йырлайым, - тип һөйләй ул. - Айырыуса, алғы һыҙыҡтан ҡайтҡанда. Йыр менән үҙемдең һәм полкташтарымдың рухын, кәйефен күтәрергә тырышам. Хәрби заданиела булғанда, арығанлыҡтан йәки ауыр хәлдә, тирә-яҡта барыһы ла өндәшмәй торғанда, мин йырлай башлайым. Барыһына ла еңелерәк була. Унда йырҙы тыңлау ғына түгел, ә күңел менән ҡабул итәләр.
Йырсы әйтеүенсә, йыр бындай осраҡтарҙа, бигерәк тә хәрби хәрәкәттәр ваҡытында, бик ярҙам итә. Уның менән яманлыҡты онотаһың, ул рух күтәрә.
Йәш егеттәргә ул физик һәм аҡыл йәһәтенән үҫешергә кәңәш итә. Быларҙың барыһы ла тормошта кәрәк буласаҡ. Айырыуса, уның фекеренсә, яңы технологияларҙы яҡшы өйрәнергә һәм үҙләштерергә кәрәк, тыныс тормошта ла, хәрби тормошта ла был белемдәр бик кәрәк.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, Йырсы!