Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
6 Сентябрь , 08:30

Республика халҡы һайлау участкаларына күпләп килде

3-сө мәктәп бинаһында урынлашҡан 1483-сө һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып 82 йәшлек Виталий Копейкин килде

Республика халҡы һайлау участкаларына күпләп килде
Республика халҡы һайлау участкаларына күпләп килде

Башҡортостан халҡы Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Һайлау участкалары эшенең тәүге сәғәтендә үк сираттар барлыҡҡа килде.
3-сө мәктәп бинаһында урынлашҡан 1483-сө һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып 82 йәшлек Виталий Копейкин килде. Пенсионер быны намыҫ эше тип иҫәпләй. Үҙ ваҡытында алты балаһы булған ҡатынға өйләнә. Беҙ икебеҙ ҙә уларҙы тәрбиәләп үҫтерҙек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләл ефетем вафат булды. Ә балалар мине онотмай, хәлемде белешә, ҡунаҡҡа килә. Бына бөгөн уларҙың тыныс киләсәге, ейәндәремдең бер нәмәгә лә мохтаж булмауы өсөн тауыш бирергә килдем, - ти Виталий Геннадьевич. - Мин юл аша йәшәйем, шуға иртән килергә булдым.
Бөгөн һайлау участкаларына эшселәр һәм студенттар ғына килмәне. Өлкән быуын кешеләре лә һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнаша һәм булған мөһим ваҡиғаға үҙ ҡарашы менән йәштәргә өлгө күрһәтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 6 сентябрҙә, республикала старт алды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: