Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
8 Сентябрь , 12:48

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр үҙҙәренең вариҫтарының киләсәге өсөн тауыш бирә

Улар өсөн һәр һайлау - байрам

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр үҙҙәренең вариҫтарының киләсәге өсөн тауыш бирә
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр үҙҙәренең вариҫтарының киләсәге өсөн тауыш бирә

Ләйсән һәм Сергей Кислициндар өс ул тәрбиәләй. Бөгөн улар 1485-се һайлау участкаһына үҙҙәренең һайлауын яһарға килде.


- Ғаиләбеҙ өсөн һәр һайлау-байрам. Балаларҙы һайлауҙар ҡала, район, республика өсөн генә түгел, ғаилә өсөн дә мөһим тип бала саҡтан уҡ өйрәтәбеҙ. Бөгөн вариҫтарыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирҙек, - ти Ләйсән Радик Ҡыҙы.

Ғаилә башлығы һүҙҙәренсә, бөтә ғаилә менән тауыш биреү - берҙәмлек һәм теләктәшлек күрһәтеү.


-Һайлау участкаһына бергә килгәс, беҙ бергәләп яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ , - тине Сергей Валерьевич.

1485-се һайлау участкаһы «Панорама»гәзите редакцияһы бинаһында урынлашҡан. Һайлау комиссияһы рәйесе Светлана Волкова һүҙҙәренсә, өс көн дауамында һайлауҙар тыныс үтә, граждандар һайлау участкаһына әүҙем килә.

- Бөгөн ял көнө, шуға күрә кешеләр ғаиләләре, балалары менән килә, уларға нисек тауыш бирергә кәрәклеген күрһәтә, - тип һөйләне Светлана Валерьевна.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: