Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
9 Сентябрь , 16:16

Яҡташтарыбыҙға «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн» миҙалдар тапшырылды

Анна Карабанова яугирҙарҙың яҡташтарынан ярҙамды ҡәҙерләүен билдәләне

Яҡташтарыбыҙға «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн» миҙалдар тапшырылды
Яҡташтарыбыҙға «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн» миҙалдар тапшырылды

Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова махсус хәрби операция зонаһында булды һәм беҙҙең хәрбиҙәр менән аралашты. Улар яҡташтарыбыҙға «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн» миҙалдарын тапшырҙы.
- Ҡыш беҙ «Благгазстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан бирелгән УАЗ машинаһын махсус операция зонаһына алып барҙыҡ. Автомобиль әле лә беҙҙең яугирҙарға хеҙмәт итә. Ул күп нәмәләр аша үтте, әммә дөйөм Еңеүгә өлгәшеү өсөн тағы ла күберәк файҙа килтереренә ышанам! Егеттәр миҙалды предприятие директоры Фәнил Халиковҡа тапшырыуыбыҙҙы һораны, - тине Анна Николаевна. - Икенсе миҙал «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы Любовь Христофороваға тапшырам. Любовь Николаевна махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур иғтибар бүлә. Уға йыш ҡына хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләүгә ҡушылырға, түләүҙәр алыуҙа һәм шифаханаларға путевкалар рәсмиләштереүҙә ярҙам итергә тура килә.
Анна Карабанова яугирҙарҙың яҡташтарынан ярҙамды ҡәҙерләүен билдәләне. Ватанды һаҡлаусылар өйҙәрен, туғандарын һағына.
Тағы бер награда, генерал Шайморатов миҙалы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы лейтенант Рифҡәт Бикбулатовҡа тапшырылды. Ир 2022 йылдың көҙөндә мобилизациялана. Лайыҡлы хеҙмәт итә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яралана. Бер нисә реабилитациянан һуң, протез ҡуйыла, ул яңы шарттарға яраҡлаша. Рифҡәт Бикбулатов Ватанына хеҙмәт итеүен дауам итә һәм тиҙҙән хәрби комиссариатта эшләргә ниәтләй.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: