Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
24 Ноябрь , 16:19

Ғаиләһе һәм эше менән бәхетле

Иглин районының "Йондоҙло" ҡасабаһында йәшәүсе Айҙар һәм Вилиә Ғиззәтуллиндар ике йылдан артыҡ күркәм, төҙөк, ҡотло, матур йортта йәшәүҙәренән шатлыҡ-ҡыуаныс кисерә

Хәҙерге заманда йәш ғаиләнең яңы йортҡа башҡа сығып, үҙ хеҙмәтенең татлы емешен татыуҙан да оло бәхет бармы икән?!. Иглин районының "Йондоҙло" ҡасабаһында йәшәүсе Айҙар һәм Вилиә Ғиззәтуллиндар ике йылдан артыҡ күркәм, төҙөк, ҡотло, матур йортта йәшәүҙәренән шатлыҡ-ҡыуаныс кисерә. Эшкә уңған ирле-ҡатынлы Ғиззәтуллиндар баҡсала бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерә, эш урындарында ла һынатмай, тырышып хеҙмәт һала.

Ғаилә ҡиммәттәренә һаҡсыл ҡарашта булып, бер-береһенә күңел наҙын, йылы һүҙен йәлләмәгән йәштәр мөхәббәт емештәре - Рамазан һәм Нурисламды һөйөп, яратып тәрбиәләй, туғандарына йылы һүҙен һәм тәмле ризығын йәлләмәй, күрше-күләндәре, хеҙмәттәштәре менән дә дуҫ-татыуҙар.

Үҙ мәшәҡәттәре, шатлыҡтары менән йәшәгән, тормошто һәм бер-береһен яратҡан, үҙҙәренән йылылыҡ, тыныс, ғаилә бәхете бөркөлгән Ғиззәтуллиндар күптән ниәтләгән сара үткәрҙе. Яҡын туғандар, дуҫтар уларҙың күркәм йорттарындағы матур табынға, ҡөръән ашына йыйылды. Йортта аҙан яңғыраны, изге теләктәр әйтелде. Оҫта ҡуллы хужабикә булған Вилиә ҡөръән мәжлесенә ҡамыр аштарының ниндәйҙәрен генә бешермәгән. Уның туҡмаслы ашы, сәк-сәге, пирог-ҡоймаҡтары телеңде йоторлоҡ.

-Аллаға шөкөр, хәләл көсөбөҙ менән тапҡан малыбыҙға, көткән донъябыҙға бағышлап табын ҡорҙоҡ. Саҡырған ҡунаҡтарыбыҙҙың оло хөрмәт итеп килеүҙәре мәжлесебеҙгә тағы бер мәртәбә өҫтәне. Доғалар ҡылып, аят сүрәләрен уҡыған, фәһемле вәғәздәрен һөйләгән хәҙрәткә айырым рәхмәт. Киләһе көндәребеҙ тыныс күк аҫтында, тик именлектә үтһен. Яҡындарыбыҙҙың һәр береһенә ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө һәм байлығы теләйем, - ти Вилиә.

Яңы утыҙҙы үтһәләр ҙә тормошҡа айыҡ аҡыл менән баҡҡан, аяҡтарында ныҡлы баҫып торған был йәш пар һоҡланыу һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Донъяға яҡты ҡарашлы Вилиә менән Айҙарҙың һәр саҡ уй-хыялдары, маҡсаттары бер төптән булып, артабан да эштәре уң булһын, балалары тик ҡыуаныстар килтерһен. ә йорттарына тағы ла ырыҫ, бәрәкәт, бәхет өҫтәлһен!

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: